Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Октябрь 2020, 19:50

Үҙе бер САБЫРЛЫҠ ине!

Бибисара апай ысын донъяға ҡайтып киткән икән.Уның яратып башҡарған, беҙ моңланып тыңлаған "Илсе Ғайса" йырында шундай һүҙҙәр бар:Иртәнсәккәй тороп тышҡа сыҡһам,Аттар тапап килә ҡамышты.Ғәмәл ҡәләмдәре миндә булһаБылай яҙмаҫ инем яҙмышты... #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#БибисараАзаматова

Кемгә нисектер, беҙгә ҡалһа, Бибисара апайҙың үҙенә лә ҡағыла ине был һүҙҙәр. Үҙ ғүмерендә ниндәй генә ауырлыҡтар, ғазаптар кисерһә лә, үҙе әйтмешләй, ҡарағас кеүек ныҡлы булып ҡалды. Уның көслө булмаған, әммә тетрәткес моңло тауышында ғына ла халҡыбыҙҙың меңәр йыллыҡ кисергәне, шатлыҡтары, ғазаптары, иҫ киткес сабырлығы ярылып ята ине. Ҙур хәреф менән үҙе бер САБЫРЛЫҠ ине Бибисара апайыбыҙ!
Уны хатта башҡа телдәрҙә лә йырларға, йырсы булараҡ ижад мөхитен киңәйтергә тәҡдим итеп ҡаранылар, туған телебеҙгә, туған моңдарыбыҙға тоғро булып ҡалды.
Үҙе йырлағанса, яҙмышын "былай яҙмаһа ла", барыбер ҙә рухи яҙмышы, рухи булмышы үҙгәрешһеҙ ҡалыр ине. Быныһына беҙҙең иманыбыҙ камил. Гүрҙәрең яҡты булһын Халҡыбыҙ Йырсыһы!
"Ағиҙел"дәр
Читайте нас: