Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Октябрь 2020, 18:14

«Беҙ – башҡортлар»

Республика стратегик тикшеренеүҙәр институты, «Шәжәрә» тарихи мираҫын өйрәнеү үҙәге ғалимдары Башҡортостан граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды менән берлектә Балтас районы үҙәгендә төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының тарихы буйынса фәнни-методик белешмәләр һәм мәғлүмәттәр презентацияһын үткәрҙе. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#БеҙБашҡортлар#Шәжәрә

Фәнни-методик белешмәләр «Башҡорт ырыуҙары һәм ауылдары картаһы»н, «Төньяҡ-көнбайыш Башҡортостандың башҡорт ырыуҙары һәм ауылдары картаһы»н һәм Балтас районы башҡорттары тарихына арналған «Беҙ – башҡортлар» брошюраһын үҙ эсенә ала. Был проекттар Башҡортостан ғалимдарының оло хеҙмәте. Сөнки, башҡорт халҡының ырыуҙар картаһын төҙөү өсөн генә лә 10 йыл ваҡыт китте, тип билдәләй тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов. Һәм шуныһы үҙенсәлекле, был карталарға 1917 йылға тилемге ауылдар индерелгән.
– Мин үҙемде чынлап башҡорт тип әйтә алам инде зур итеп. Чөнки, мин кечкенә үсәкән саҡта инде зур әнейем әйтә торғайны «Кызым, бына беҙ – башҡортлар», Илекәй яғынан күсеп килгәнбеҙ. Илекәй Балтас эргәһендә генә урынлашҡан. Унда ла Танып ырыуы башҡортлары йәшәй, – тип асыҡланы Маты ауылының мәҙәниәт ойоштороусыһы Эльвира Солтанова.
Балтас районы унлар, танып, таҙлар һәм уран ырыуы башҡорттары биләмәләре булған. Ырыуҙар картаһында был аныҡ күренә һәм уның сиктәре Танып үҙәне буйлап һуҙыла. Халыҡҡа бөгөн яңылыҡ кеүек еткерелгән дәлилдәр һис тә генә лә яңылыҡ түгел, ә ата-бабалар тормошо. Хәҙер ул мәғлүмәттәрҙе карталарҙан, батша заманындағы кенәгәләрҙән һәм 1917 йылғы хужалыҡ иҫәбен алыу документтарында табырға мөмкин.
Мин үҙем Түбәнге Ҡанһөйәр ауылына килен булып төшкәс, мин үҙем үҫәргән ырыуынанмын, иптәшемдең атаһы – ҡайным була инде, уның иң тәүге һүҙе – «Килен, беҙ бит – Башҡортлар», тигәйне. Шул проблема уларҙа ла булды. «Беҙҙе башҡорттар тип танымайҙар» тип әсенеп һөйләне ул, - тип аңлатма бирҙе Иҫке Балтас ауылы 2-се урта мәктәбе уҡытыусыһы Земфира Шәйхинурова.
Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының үҙ сығышы менән ҡыҙыҡһыныуы, ата-бабаларының шәхестәрен асыҡларға теләүе тәбиғи күренеш. Был йәһәттән фәнни-методик белешмә тарихи үткәндәрҙе асыҡлауға мөһим башланғыс булып тора.
Балтас районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Фирҙәүес Рәхимов сара хаҡында әйтеп үтте:
"Был сара бик кәрәк ине. Сөнки, быға хәтлем Өфөгә барһаҡ, һеҙ башҡорттар түгел, Ҡазанға барһаҡ, һеҙ татарҙар түгел, ти торғайнылар. Һуңғы ваҡытта ошо мәсьәләгә дөрөҫлөк индерелә башланы. Ғалимдар, тарихсылар төньяҡ-көнбайыш диалект бар икәнен танынылар. Бигерәк тә быға Нефтекамскиза башланған «Беҙ – башҡортлар» тигән йүнәлеш ярҙам итте. Бөгөн беҙ бик күп мәғлүмәт алдыҡ. Карта бик күп мәсьәләләргә аныҡлыҡ индерә."
Презентацияла яңғыраған мәғлүмәтте халыҡ йылы ҡабул итте. Балтастар ғаилә шәжәрәләрен төҙөй, үткәндәр менән ҡыҙыҡһына, тимәк быуындар бәйләнеше дауам итә.
Фото Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының рәсми сайтынан алынды
Читайте нас: