Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Октябрь 2020, 12:37

Бөгөн яҙыусы һәм журналист Аҫылғужа Баһумановтың тыуыуына 75 йыл.

Баһуманов Аҫылғужа Ишемғужа улы (20 октябрь 1945 йыл — 25 февраль 2005 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, шағир, журналист һәм тәржемәсе. 1968 йылдан КПСС, 1986 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Шулай уҡ, "Совет Башҡортостаны" газетаһы редакцияһында – бүлек мөдире, "Китап" нәшриәтендә директор булып эшләгән. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#Юбиляр#АҫылғужаБаһуманов

Аҫылғужа Ишемғужа улы Баһуманов 1945 йылдың 20 октябрендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Муллаҡай ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуа.
Тыуған ауылында ете класс тамамлағас, Темәс урта мәктәбендә уҡый. Унан һуң ошо уҡ райондың Ишмырҙа һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. 1964 йылда Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә. Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. Күп йылдар «Совет Башҡортостаны» газетаһы редакцияһында бүлек мөдире булып эшләй. 1990 йылдың апрелендә Аҫылғужа Баһумановты «Китап» нәшриәте директоры итеп һайлайҙар. 1994 йылдан ул Сибайҙа төбәк яҙыусылар ойошмаһына етәкселек итә. Һуңынан «Китап» нәшриәтендә мөхәррир булып эшләй.
Аҫылғужа Баһумановтың һәләте башта журналистика өлкәһендә нығыраҡ күренә. Ул республика матбуғатында очерктар, публицистик мәҡәләләр баҫтыра. Уның «Ҡояшлы таң», «Боҙҙар аҡтарылғанда» исемле шиғри йыйынтыҡтары донъя күрҙе. Уның бик күп проза, шул иҫәптән балалар өсөн әҫәрҙәре лә билдәле.
Читайте нас: