Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Октябрь 2020, 15:20

Республика ресторандарында корпоративтар һәм банкеттар уҙғарыу тыйыла.

Башҡортостан ресторандарында корпоративтар һәм банкеттар уҙғарыу тыйыла, тип хәбәр иттеләр дүшәмбе республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#ОперативКәңәшмә#Covid

Башҡортостан биләмәһендә яңы коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимын индереү тураһындағы указға тейешле үҙгәрештәр 19 октябрҙә индерелә.
«Норма популяр түгел, ләкин беҙ ошо аҙымға барабыҙ, — тип белдерҙе республика етәксеһе Радий Хәбиров. — Ресторандарҙа һәм башҡа дөйөм туҡланыу урындарында корпоративтар, йәғни күмәк кеше ҡатнашлығындағы саралар үткәреүҙе тыйырға. Корпоративтарҙы, банкеттарҙы – быларҙың бөтәһен дә һуңыраҡ ваҡытҡа күсерәбеҙ. Беҙгә үпкәләмәһендәр. Юғиһә аҙаҡ ошо ресторандарҙы яба башларбыҙ, ә беҙ улай эшләргә теләмәйбеҙ».
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, уҙған тәүлектә Башҡортостанда йәнә 68 кешелә COVID-19 асыҡланған. Пандемия башланғандан алып республикала яңы коронавирус инфекцияһын йоҡтороуҙың 9 809 осрағы теркәлгән.
Читайте нас: