Семинарҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Мәғариф, фән һәм башҡорт теле һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса комиссияһы, БР мәғариф һәм фән министрлығының милли мәғариф бүлеге, Өфө ҡалаһы мәғариф идаралығы, Өфө ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы, башҡорт һәм туған телдәр уҡытыусылары ассоциацияһы, Республика ата-әсәләр комиссияһы вәкилдәре, Өфө һәм республика милли мәктәптәре директорҙары ҡатнашты. Сараны Мәғариф, фән һәм башҡорт теле һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса комиссия кураторы Сынтимер Баязитов алып барҙы.
Ф.Х. Мостафина исемендәге 20—се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы директоры Зөлфиә Ғәлийәнова уҡыу йортондағы инновацион алымдар менән таныштырҙы.
Артабан ҡунаҡтарға башланғыс класс уҡытыусылары оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте. 1б класында башҡорт теле дәрестәрендә халыҡ ижадына таянып, уйындар ярҙамында грамотаға өйрәтеү үҙенсәлектәре менән «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы — 2020» XXV регион-ара конкурсында «Иң яҡшы дәрес» номинацияһында еңеүсе Зөһрә Ҡазыханова таныштырҙы.
б класында тирә-яғыбыҙҙағы донъя дәресендә Башҡортостан Республикаһының этномәҙәни үҙенсәлектәре аша туған телгә ҡыҙыҡһыныу уятыу серҙәренә Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Гөлнара Хажиева өйрәтте. Дәрестә уҡыусыларҙың телмәр күнекмәләрен үҫтереүҙә һүҙ менән эшләй белеүе, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөй белеүе асыҡ күренде. 3б класында математика дәрестәрендә «Менеджмент престиж» программаһында башҡорт телендә тестар төҙөп эшләү, программаның мөмкинселектәрен ҡулланыу юлдарын башланғыс класс уҡытыусыларының методик берекмә етәксеһе Динара Латипова күрһәтте.
Уҡытыусылар дәрестәрҙә уҡыусыларҙың телмәренә ҙур иғтибар бүлергә, телмәр хаталарын төҙәтеп, дөрөҫ һөйләүҙәрен талап итеү мөһимлеген, шул уҡ ваҡытта телгә ҡарата ихтирам, дөрөҫ һөйләшеү ихтыяжын тәрбиәләү отошло икәнде күрһәтте.
Семинарҙа ҡатнашыусылар туған телдә уҡытыу проблемалары өҫтөндә эшләү тураһында үҙ—ара фекер алышты, тәжрибә уртаҡлашты, шулай уҡ мөһим тәҡдимдәрен еткерҙе:
-мәғариф системаһында туған телде уҡытыуҙың сифатын күтәреү өҫтөндә даими һәм маҡсатлы эшләргә;
— туған телде һаҡлауҙа һәм үҫтереүҙә әйҙәүсе булараҡ ғаилә менән үҙ-ара бәйләнеш булдырыу, балаларҙы һәм ата-әсәләрҙе төрлө сараларға ылыҡтырыу;
-Башҡортостан Республикаһының туған һәм дәүләт телдәрен уҡытыуҙа актуаль проблемалар буйынса республика һәм төбәк-ара конференцияларҙа, семинарҙарҙа әүҙем ҡатнашыу;
-туған телгә, мәҙәниәткә, сәнғәткә һөйөү тәрбиәләү өҫтөндә эште даими ойоштороу.
Киләһе семинар-кәңәшмә февралдә 158-се гимназияла үтәсәк.
Мәғлүмәт һәм фотолар Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының рәсми сайтынан алынды.