Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Октябрь 2020, 12:53

Бөгөн шағирә, уҡытыусы, ғалимә Рәсимә Ураҡсинаның тыуыуына 70 йыл.

Башҡорт балалар шағиры, яҙыусы, тәржемәсе, педагог, СССР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты Рәсимә Миңлебулат ҡыҙы Ураҡсинаның тыуыуына - 70 йыл. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#Юбиляр#РәсимәУраҡсина

Башҡортостан – баш илем,
Йыһандағы бишегем.
Ҙур донъяға алып сығыр
Яҙмышымдың ишеге.

Тәпәй баҫҡан тупрағым,
Тәгәрәп үҫкән ҡырҙарым,
Һыуһынымды ҡандырған
Тәмле–татлы һыуҙарым.

Башҡортостан – баш илем,
Һиндә асылды телем.
Һинең йылы ҡосағыңда
Шатланып алам белем.
Читайте нас: