Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан яҙыусылар Союзы рәйесе Әлибаев Зәки Арыҫлан улы, филология фәндәре докторы, тарих фәндәре кандидаты, профессор Күзбәков Фәнил Тимерйән улы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы, яҙыусы Ғөбәйҙуллина Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһының З.Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте директоры Йәндәүләтов Илһам Миңлеғәли улы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре кандидаты Байрамғолов Фирғәт Миҙхәт улы, яҙыусы, журналист, Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт отличнигы, яҙыусының тормош иптәше Баһуманова Миңниса Хәмиҙулла ҡыҙы ҡатнашлығында әҙип тураһында хәтирәләр һәм иҫтәлектәрҙән видеосюжет әҙерләнәсәк. Күргәҙмәгә рәхим итегеҙ!
***
Аҫылғужа Ишемғужа улы Баһуманов 1945 йылдың 20 октябрендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Муллаҡай ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуа.
Тыуған ауылында ете класс тамамлағас, Темәс урта мәктәбендә уҡый. Унан һуң ошо уҡ райондың Ишмырҙа һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. 1964 йылда Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә. Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. Күп йылдар «Совет Башҡортостаны» газетаһы редакцияһында бүлек мөдире булып эшләй. 1990 йылдың апрелендә Аҫылғужа Баһумановты «Китап» нәшриәте директоры итеп һайлайҙар. 1994 йылдан ул Сибайҙа төбәк яҙыусылар ойошмаһына етәкселек итә. Һуңынан «Китап» нәшриәтендә мөхәррир булып эшләй.
Ижади эшмәкәрлеге:
Аҫылғужа Баһумановтың һәләте башта журналистика өлкәһендә нығыраҡ күренә. Ул республика матбуғатында очерктар, публицистик мәҡәләләр баҫтыра. Уның «Ҡояшлы таң», «Боҙҙар аҡтарылғанда» исемле шиғри йыйынтыҡтары донъя күрҙе. Уның бик күп проза, шул иҫәптән балалар өсөн әҫәрҙәре лә билдәле.
Китаптары:
Ҡояшлы таң: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1982. — 32 бит.
Боҙҙар аҡтарылғанда: Поэма һәм шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1985. — 56 бит.
Мәңгелек тупһаһында: Шиғырҙар, поэмалар, либретто. — Өфө: Китап, 1994. — 144 бит.