Кейенеп бөтөп, ишек тотҡаһына инде үрелдем тигәндә, төпкө бүлмәнән ҡыҙының өндәшеүе атай кешенең юлын бүлде.
— Атай, һеҙ ҡайҙа барырға йыйындығыҙ ул?
Һыңғар ҡулына күтәргән ауыр сумкаһын атай кеше еңелсә иҙәнгә терәй биреп боролоп:
— Һуң, апайың әйтмәнеме ни?! Беҙ ҡәйнәмдең тыуған көнөнә барабыҙ. Кискә ҡайтабыҙ ул, ҡурҡма, ҡараңғыға ҡалмаҫбыҙ.
—Ҡурҡмайым да ул... Иртәгә бит әсәйҙең ике йылдығы, үткәрмәйбеҙме инде атыу?!
Ҡапыл ғына көн иҫәбен онотҡандай ҡалған атай, аптырап ҡалды.
— Үткәрербеҙ, һуң...көнөндә үк тимәгән бит, Яңы йыл байрамы үткәс булһа ла... ҡасмаҫ...
Баянан бирле ҡабыҙыулы машина тауышы ҡабаландырған атайҙы, бер- ике тапҡыр сигнал биреүе, тамам уҡтай тышҡа атылдырҙы. Ҡараштары менән йотоп ҡарап ҡалған ҡыҙына хуш тиергә лә башы етмәне атай кешенең.
Зәлифә тағын япа -яңғыҙ ҡалды өйҙә. Күңелһеҙ. Ағас тирәсле быяла рамка эсенән уйсан ғына ҡарап ултырған әсәһе рәсемен күкрәгенә ҡыҫып диванға ултырҙы. Тап ике йыл элек ошо көндә ул әсәйле ине әле. Яңы йыл иртәлегенә икәүләшеп күлдәк тектеләр. Еңмешләнеп әле был, әле теге ерен оҡшатмай ҡырҡ һүттереп, ҡырҡ тектереп әсәйгенәһен ыҙалатҡайны. Көн түгел төн иҫәбенә инеп, төнгө өстәрҙә саҡ бөттөләр. Күлдәк- костюм шул тиклем килешле ине, көҙгө тирәһендә өйрөлгән Зәлифәнән күҙен алмаған әсәй:
— Шундай матур, һылыу бит ул минең ҡыҙым! Үҫеп еткәс бынан да матур туй күлдәге кейеп, кейәү кәләше булып сығып та китерһең әле!,- тине.
Тик, алла бойорһа, тимәгәндер ҙә, Хоҙайҙың амин тигән мәленә тап килмәгәндер шул әйткәне...
Таңғы алтыларҙа Зәлифәне әсәһе уятып:
— Ҡыҙым, мин район үҙәгенә больницаға барып киләм, икмәк баҫып ҡуйҙым, ҡалҡып китһә, май ҡушып тансҡарһың, йәме, төш ауыуға ҡайтып етәм мин, ыңғай ғына булһа инде эшем.
— Атай алып бармаймы ни машина менән?
Ҡуй, үҙем, тигәнгә ишара итеп ҡул ғына һелтәне әсәһе.
Һуң ятһа ла күҙенә тамсы ла йоҡо эленмәй, әсәһенең аяҡ тауыштарының алыҫлашыуына тиклем тыңлап ҡалды.
Зәлифә яңы йыл иртәлегенән ҡыуанып ҡайтты, ҡыуанмай ни, костюмдар бәйгеһендә гран-при алды бит үҙе! Оса -һикерә бүләккә бирелгән фоторамка һәм бер ҡап кәнфитте тиҙерәк әсәһенә күрһәтергә ашыҡты. Табағынан ташҡан икмәкте ҡайтара баҫып, сабыр ғына әсәһен көттө. Тик ул ҡайтманы. Киске биштәргә телефон аша үҙ хәлен еткерҙе әсәйе:
— Зәлифә, ҡыҙым, һаумы! Көткәнһеңдер инде балам, ҡайталмайым инде бөгөн, автобус юлда боҙолоп анализдар биреүгә һуңлаңҡыраным. Врачтар ҙа иртән иртүк кенә булалар икән. Шуға, бөгөнгә таныш- ауылдаштарҙа ҡалып торам, йәме. Икмәкте атаң менән бешереп алығыҙ инде, бешеп ҡуйма түлке, ипләп. Ә еңеү яулауыңды ишеттем инде ҡыҙым, уҡытыусығыҙҙы осратҡайным, ҡотлайым! Үҙеңә матур ғына берәй бүләк алып ҡайтырмын, иртән кискә ҡалмай ҡайтып етермен, балам. Ас ултырмағыҙ, аш йылытып эсегеҙ, кәнфитеңде лә һаҡтап ашамай ултырма, күүүп итеп үҙем дә апҡайтырмын әле...
Әсәһенең һәр һүҙен һаман да ҡолағында бөгөнгөләй генә хәтерләй. Ә ике йыл үткән...
Шул төндә таныштары өйөндә йөрәге туҡтай әсәнең. Исмаһам берәй ваҡыт һаулығына зарланып, дауахана тупһаһын тапамағанға, ышанып та булмаҫ хәл ине. Эстән һыҙып, сабыр ғына һынып йөрөгәндер инде, бисара. Каникулдың тәүге көнөндә, ҡаланан ҡайтаһы әсәһен көткән Зәлифәнең ҡыуаныстарын ҡара ҡайғы, һағыш-һыҡтау баҫтырып, әсәһенең йәнһеҙ кәүҙәһен алып ҡайтты атаһы. Ышанманы ҡыҙсыҡ, һонолоп төшөп иҙән буйлап ятҡан әсәй кәүҙәһенә теҙләнеп, һалҡын ҡулдарын, битен һыпырғылап ҡараны. Мәйет көтөргә килгән инәй-апайҙарҙы һыҙлатып, күкрәгенә йығылып иланы. Бер ҡасан да иғтибарынан ташламаған әсәй, был юлы тып -тын ине, етмәһә һалҡын. Илауҙан шешенгән йөҙ, танығыһыҙ ҡарлыҡҡан тауыш бер тотам атай артынан ҡалмай, берҙән-бер таянысын юғалтыуҙан ҡурҡып эйәрҙе. Иҫке өй тупһаһында яҫы таш йөҙөнә әсәһенең исем-шәрифен сүкеп яҙған атайҙың да ҡайғыһы ҡаты икәнлеген, бығаса бер ҡасан да ауыҙына алмаған тәмәкене бер-бер артлы быҫҡытыуынан уҡ аңларға була ине. Ара-тирә күҙ тирәһен ҡул һырты менән һыпырғылаған атай ҙа илай ине шул. Ошо көндән яңы ваҡыт иҫәбе китте Зәлифә ғүмерендә, өсөнсө кластың тап уртаһында ул әсәйһеҙ ҡалды...
Мәктәптә алған билдәләр өсөн ҡыуаныусы, ҡайнар сәйен, ҡоймағын өлгөртөп көтөүсе булмаған өйгә ашҡынып ҡайтыу ҙа мәғәнәһеҙ тойоло. Үҙең яһап эскән сәй ҙә тәмһеҙ, өй күптән йәмһеҙ. Күпме генә мейес баҙратып яҡма, өйгә йылы йүгермәгән кеүек-һыуыҡ. Төндәр оҙон, бала ғына булһа ла уйҙар ҙа ауыр. Уйынсыҡ та ҡыҙыҡ түгел, кәнфиттәр ҙә тәмһеҙ кеүек. Ошоғаса ҡайғы итеп күргәне ваҡлыҡ ҡына булған, бына ҡайҙа ул ысын ҡайғы! Әсәйһеҙ...
Энә менән сәнскән һәр күлдәк йөйөн һыпырып, ғүмеренең һуңғы тәүлеген һынаған әсәһенең ҡул йылыһын һағынып илауҙарҙың иҫәбе тағын берәүгә артты бөгөн. Бына-бына ҡар өҫтөндә аяҡ шығырлауы килеп тәҙрәне шаҡыр ҙа " Зәлифәәәү, ас, мин ҡайттым, ҡыҙым !", - тиер кеүек. Киткәндәр ҡайтмаҫын аңлай ҙа, тик...
Кер йыуыу, ашарға бешереү атай иңендә булһа ла, Зәлифәгә лә эш тейеп ҡуя. Бығаса эш айырмай ат урынына егелеп донья көткән ҡатынының юҡлығын, түрбаш тирәһенең әкен-сөкөн эшенең ни тиклем ауыр икәнлеген тамам аңланы ир ҙә. Ҡатынының ҡырҡына күп уйламай, димсе димләгән йәш ҡатынды алып ҡуйҙы атай. Бер аҙ ҡыуанды Зәлифә. Ҡатын кеше барыбер өй йәме бит, ҡайтһа-китһә түрбаш ҡараулы. Ҡатҡыл да түгел үҙе, үтә яҡын да алып бармай. Әсәһенең ҡәҙергә генә кейгән саған япраҡтары төшкән күлдәген кейеп алғас, бөтөнләй ҡыуанды, әйтерһең дә әсәһе үҙе йөрөйме ни. Тик, әсәй ҡәҙерләгән күлдәк, әрһеҙләнеп төҫө китеп, тора-бара бил тирәһе бүҫерелеп, бер көн килеп мейес алдында йыуғысҡа туралып ятыуын ғына ауыр кисерҙе. Тарһынманы апайҙы (әсәй урынына килгән йәш ҡатынды беҙҙә шулай тиҙәр) Зәлифә, шулай ҙа әсәһе тотҡан һауыт-һабаны, күнәк-санаҡты ул тотоноуына ҡырын ҡараны. Ғүмер буйына ҡул менән кер йыуған ҡатынының хәлен бер белмәгән атай, елтерәтеп ҡаланан автомат кер йыуыу машинаһы алып ҡайтты, кәкре көйәнтәне ялға оҙатып, урамға ҡоҙоҡ ҡаҙҙырып ҡуйҙы. Икмәк бешереүгә электр мейесе, тағын әллә күпме ҡул көсөн алмаҫ яйланмалар тулды өйгә. Рәхәт тормоштоң бер көнөн генә лә татып китә алмаған әсәһен әсенеп йәлләне ҡыҙ. Көнө-төнө эштә лә түгел атай, өй тирәһендәгегә лә өлгөрә, элек кенә ине ул эшкә һылтанып бар доньяны әсәйгә ауҙара ине. Бисара, исмаһам бер тауыш күтәрмәне бит әле...
Зәлифә атаһының әсәһе — ҡартәсәһе мәрхүм булғас, әсәһенең хәйер итеп ҡоймаҡ ҡойоп Хәтирә әбейгә индергәнен иҫләне. Әллә ҡоймаҡ ҡойоп ҡарарға инде, күптән бер кем өйҙә юҡ. Шулай итте лә. Был эштең нескәлектәрен күптән ятлап тиерлек бөткәйне ул, әсәһе йыш бешергәйне бит.
Йылы ғына ҡоймаҡ тотоп ингән Зәлифәне Хәтирә әбей ҡыуанып ҡаршы алды, бер яңғыҙы донья көткән әбейгә ҡыҙ бала инеүе ҡыуаныс булмай ни! Бер тәрилкә ҡоймаҡ, уймаҡ ҡына күңел хәсрәттәрен буйтым таратты. Шул тиклем моңло итеп аят бағышламаһын көйләне Хәтирә әбей, Зәлифә түҙмәй илап тик ултырҙы. Тыйманы. Устарын битенә һыпырып ҡуйғас, Зәлифәнең башынан ҡосаҡлап сәстәрен һыйпаны:
— Һығылыыып ҡына һарғайып йөрөмә балам, ҡайғың ауыр, ила, түгелеп ила. Еңеләйеп ҡалаң ул, сереңде сир итеп йыйма, һис юғы миңә сис. Тыңлармын балаҡай, мин дә бит бер йәтим. Өс айлыҡ сағымда ғына әсәм үлгән, урам буйлатып йөрөтөп кем етте шуны имеҙеп кеше иткәндәр. Ярай әле һин арыуыҡ иҫ белеп ҡалдың, бына мин әсәйҙең ҡалай икәнен дә белмәнем. Ә хәсрәтең тәме ят түгел, аңлайым балаҡай, аңлайым. Исмаһам бына атаң әҙерәк үҙеңде тартмай икән. Үәәәәй, боронғолар белмәй әйтмәгән шул, әсәй үлһә, атай — еҙнә, тигәндәр бит. Ып-ысын икән дәһәң. Кит, мынау Сәриә килен уйҙаһа ни була икән?! Бер яңғыҙын өйҙә ҡалдырып! Суҡыш башындай бала машинаға һыйыр ине, күңеле асылып, ер-һыу күреп ҡайтыр ине, кит инде! Ят бауыр, ят инде, ҡалайтаң?!
Ней, Зәлифә, ҡыҙым, әсәйгенәң төшөңә инмәйҙер ул?
Хәтирә әбейҙең күкрәгенә һырылып мышнаған ҡыҙсыҡ, кинәт башын күрәреп бөгөн генә күргән төшөнөң рәт-сиратын һипләп һүтеп тә һалды:
— Бөгөн тәүгә тапҡыр әсәйҙе төштә күрҙем, шул көйө генә, ап-асыҡ үҙе, ишектән килеп инде лә, ашығып мейескә терәлде. Бер туҡтауһыҙ, "өшөнөм, уф, өшөнөм", - ти ине. Шундуҡ уянып киттем, уянғаныма йәнем көйөп юрған аҫтында иланым.
— Һуң, ҡыҙым, быйыл түгел, уҙған йыл да йылдығын уҡытманы түгелме һуң атаң?!
— Эйе, уҡытманылар шул. Мин һораным унда ла, атай:"апайыңдың аяғы ауырайған, ҡайҙа ул ҡунаҡ ҡайғыһы ",-тине. Аңламаным. Аҙаҡ туғаным тыуғас ҡына, аяҡ ауырайыуҙың ни икәнен белдем.
— Ээй, сәбәп кенә инде! Ятһам-торһам аят бағышлап торам мин былай, ҡыҙым. Әрүәхтәрҙың иҫләгәген барыһын да теҙеп исемләп сығам, мәхрүүүм генә ҡайтып китмәһендәр, тием.
Хәтирә әбей яулыҡ осо менән күҙ төптәрен һөрткөләп ҡуйҙы.
Тулышҡан күңеле еңеләйеп ҡуйғандай булды Зәлифәнең. Эскерһеҙ алсаҡ инәйе барлығына ҡыуанып, аятҡа, тәмле сәйгә һөйөнөп ҡайтырға сыҡты, нигеҙе йәмшәйеп, ергә һеңешкән ошо өйҙән. Артыҡ күҙгә сағылып бармаған был өйҙә илаһи йыуаныс бирер ҡөҙрәт бар кеүек тойолдо Зәлифәгә. Таңға күреп тетрәнгән төштө генә иҫкә төшөрөп ҡыйын итте, ҡолаҡ осонда "өшөнөм, уф, өшөнөм ", - тигән һүҙҙәр ҡабаттан яңғырап тик тора. Өйгә инеп тә бер кем юҡ, һарай тирәһендә лә толҡа тапманы. Әллә әсәһе ҡәберенә барып урарғамы? Хәтирә әбей бит тыйманы, тик ҡыҙыл эңергә ҡалма, тип кенә киҫәтте. Зәлифә ҡултығына быйыл йәй әсәһе менән баҡта ҡайнатып, ҡул менән тетеп түшәп, һырыған йөн юрғанды ҡыҫтырып алып зыяратҡа барырға юл алды. Урамда бер йән эйәһе юҡ, ҡаты ҡар зыярат тирәһен бейегәйтеп тигеҙләп ҡуйған. Билдән былай батманы, ҡар өҫтөнән еңел генә атлап, рәшәткәләре ярым ҡар аҫтында ятҡан зыяратҡа барып етеп, бер яҡ ситтәге, әсәһенең ҡәберенә яҡынланы. Моңһоу ғына ҡарап ҡатҡан, аҡ яулыҡлы әсәһенең рәсемен күреп тын ғына иланы ҡыҙсыҡ ."Килдеңме, ҡыҙым?!", - тигәндәй тауыш һиҫкәндерҙе. Һалҡын таш йөҙөн кескәй устары менән һыпырып, ауыҙ эсенән ниҙер һөйләп-һөйләне...
Ҡултығындағы ап-аҡ ерлеккә ҡыҙыл ҡәнәферҙәр төшөрөлгән юрғанды әсәһе ҡәберенә йәйеп, ҡайтыуға табан атлаған Зәлифә боролоп тағын бер рәсемгә күҙ һалды. Баяғы уйсан әсәй, йылмайып ҡарағандай һымаҡ. Зәлифә ауыҙы эсенән шыбырлаған һүҙҙәр ҡар тауышына ҡушылып зыяратты сыҡҡансы ҡабатланды : "өшөмә, әсәй...өшөмә..."