Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Октябрь 2020, 12:12

Рәсәйҙә 2021 йылдың 31 декабре ял тип иғлан ителде.

Рәсәй хөкүмәте башлығы Михаил Мишустин 2021 йылда ял көндәрен күсереү тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы.Киләһе йылда 2 һәм 3 ғинуар шәмбе һәм йәкшәмбе көндәренә тап килә. Байрам көндәре булғанлыҡтан, уларҙы йома 5 ноябргә һәм 31 декабргә күсерергә хәл ителде. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#Путин#ДеятельностьПрезидентаРФ

Рәсәйҙәр өс көн рәттән: 21 февралдән 23-өнә тиклем ял итә алһын өсөн шәмбе 20 февралдәге ял көнөн дүшәмбе 22 февралгә күсерәләр.
2021 йылда рәсәйҙәрҙең бөтәһе ете байрам осоро була: 1-10 ғинуар (10 көн – йоманан йәкшәмбегә тиклем), 21-23 февраль (3 көн – йәкшәмбенән шишәмбегә хәтлем), 6-8 март (3 көн – шәмбенән дүшәмбегә ҡәҙәр), 1-3 май (3 көн – шәмбенән дүшәмбегә хәтлем), 8-10 май (3 көн – шәмбенән дүшәмбегә тиклем), 12-14 июнь (3 көн – шәмбенән дүшәмбегә ҡәҙәр), 4-7 ноябрь (4 көн – кесаҙнанан йәкшәмбегә хәтлем), тип билдәләнә хәбәрҙә.
Читайте нас: