Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Октябрь 2020, 15:00

Ҡоро фонтан, wifi станция һәм Рәсәй Геройы һәйкәле.

Өфөлә Совет майҙанын төҙөкләндереү аҙағына яҡынлаша. Проект Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт Дәүләт педагогия университеты менән 1-се музыка мәктәбе араһындағы скверҙы яңыртыуҙы ла күҙаллай. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#СоветМайҙаны#МиллиПроекттар

Бер нисә ай элек Совет майҙаны ҡала үҙәгендә автомобиль ҡуйыу урындарының береһе генә ине. Әле бында ял көндәрендә лә эш ҡайнай. Йөҙгә яҡын хеҙмәткәр, буласаҡ фонтанды һыу селтәренә тоташтырған, гранит һәм мәрмәр түшәгән. Ҡоролмаға һынау үткәреү өсөн дә күп ҡалмаған.
Совет майҙанындағы фонтан Өфө өсөн яңы күренеш. Конструкцияның һыу һауыты юҡ. Фонтан һүндерелгән хәлдә майҙанда уның барлығы бөтөнләй һиҙелмәй. Ҡоролма 108 һиптерткестән тора. Һыу бағанаһы 7 метр бейеклеккә күтәрелә.
"Был майҙанда гранит түшәлгән биләмәнән тыш йәшеллеккә лә урын бүленә. Проект сиктәрендә эштәрҙе декабргә тулыһынса тамамларбыҙ тип иҫәпләйем," - тип асыҡланы генераль подрядсы ойошма етәксеһе Алексей Попенов.
Йәйәүлеләр өсөн биләмә боллард, йәғни юлды автоматик кәртәләү ҡоролмаһы менән йыһазландырыла. Эскәмйәләр, урналар һәм яҡтыртыу ҡоролмалары заман талаптарын иҫәпкә алып эшләнгән. Майҙанда видеокүҙәтеү камералары һәм вай-фай станцияһы ҡуйыла. Биләмә тирәләй саған һәм туя ағастары ултыртыла.
Төҙөлөш участкаһы етәксеһе Илмир Ҡолһарин хәбәр итеүенсә, ер аҫты коммуникациялары һуҙылған. Әле Совет урамындағы юл һыҙатын һүтеү һәм киңәйтеү эше башҡарыла. Яңы асфальт түшәлә һәм тротуар һалынасаҡ.
Уҙған аҙнала Башҡортостан башлығы Рәсәй геройы генерал Миңлеғәле Шайморатов иҫтәлегенә һәйкәлгә конкурс иғлан итте. Указ хоҡуҡи мәғлүмәт рәсми порталында урын алған. Данлыҡлы командир һыны майҙанда ҡоролғас, Өфө үҙәгендәге күркәм йәмәғәт биләмәләренең береһе халыҡҡа асылыр тип көтөлә.
Һеҙҙең иғтибарығыҙға проекттың видеопрезентацияһын тағы ла тәҡдим итәбеҙ:
Читайте нас: