«Муса Мортазин йәшәгән һәм эшләгән йылдар бар ил өсөн фажиғәле дәүер була. Муса Лут улы- республикабыҙ тарихында сағыу эҙ ҡалдырған шәхес. Уға китаптар, әҙәби әҫәрҙәр арналған, Учалы, Сибай, Баймаҡ ҡалаларында урамдар легендар комбриг исемен йөрөтә. Уның тыуған ауылы Көсөктә музей эшләй. Ҡаһармандың исемен мәңгеләштереү маҡсатында тыуған төйәге- Учалы районында һәйкәл асырға кәрәк»,- тип һанай Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова.
Муса Мортазин- Граждандар һуғышы ҡаһарманы, полководец, башҡорт халҡына автономия алып биреүгә күп көс һалған дәүләт эшмәкәре. Хәрби тарихсыларҙың абруйлы фекеренә ярашлы, ул- Ҡыҙыл Армияның бер алышта ла еңеү белмәҫ командирҙарының береһе. Стәрлетамаҡтар данлыҡлы шәхесте онотмай.
«Стәрлетамаҡта Башҡорт республикаһы етәкселеге тарафынан хәрби эштәр буйынса нарком булып тәғәйенләнә. 1922 йылда Башҡортостан Үҙәк Башҡарма комитеты рәйесе итеп һайлана. Ә быға тиклем, 1918 йылда 1-се Башҡорт кавалерия полкы составында Муса Мортазин Стәрлетамаҡ ҡалаһын һаҡлауҙа ҡатнаша»,— тип һөйләне Муса Мортазинға арналған түңәрәк өҫтәлдә тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев.
Фото һәм мәғлүмәт Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының рәсми сайтынан алынды.