Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Октябрь 2020, 12:22

Баймаҡ районы Үрге Иҙрис ауылында яугирҙар рухына стела асылды һәм Ҡоролтай аллеяһы булдырылды

Бер кемдә лә, бер нимә лә онотолмаған. Дәһшәтле һуғышта Үрге Иҙристән 64 кеше ҡатнаша,шуларҙың 25 яу яланынан тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап урындағылар ауылдың иң бейек түбәһенә яуҙа һәләк булған һәм еңеү яулап ҡайтҡан ауылдаштарының исемдәрен мәңгеләштереү маҡсатында стела асыу тантанаһына йыйылды. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#ҮргеИҙрис#Баймаҡ

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы еткереүенсә, һәр эштә лә берҙәм булған Иҙристәр стела ултырыуҙа ла берҙәмлек күрһәтә. Уның эскизын әҙерләп, шулай уҡ төп эштәрҙе башҡарыусы ошо ауылдың алыштырғыһыҙ рәссамы, ҡул оҫтаһы Әмир Сәғәҙиев.Колхоз ваҡытында иретеп йәбештереүсе, рәссам биҙәүсе булып эшләй. Әле Ҡолсора ауылы биләмәһенең ҡапҡаларын да яңырта.
Иҙристәр тәбиғәтебеҙҙе йәшелләндереүҙә лә үҙ өлөшөн индерҙе. Ҡолсорала ла «Ҡоролтай аллеяһы» булдырылды. ауылдың ир-егеттәре тарафынан кәртәләнеп ҡуйылған биләмәгә ҡайын ағастары ултыртылды.
Ауылға ингәс тә әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып ултырған стела, Һаҡмар буйына ултыртылған ағастар уға тағы ла йәм өҫтәне. Ҙур булмаған ауыл изге эштәр башҡарыусы кешеләре менән тик ғорурлана ғына.
Читайте нас: