«Тәүге пьесала легендар Прометей яңыса һүрәтләнгән, ул киң фекер йөрөтөүе һәм фәлсәфәүи уйланыуҙары менән уҡыусыла ҙур тәьҫир ҡалдыра. Илһөйәрлек темаһына арналған пьесаның сюжеты ла ҡыҙыҡлы, унда халыҡ батыры Салауат Юлаев яңыса асыла. «Бафомет менән брудершафт» тигән пьеса психологик параллелдәр менән тулы. Үҙенсәлекле исем менән аталған драма кешенең тәкәбберлегенән һәм ҡылансыҡ булыуынан көлә», — тип яҙған китаптың инеш һүҙендә яҙыусы, Ҡаҙағстан Республикаһы хөкүмәте баҫмаларының баш мөхәррире Жолтай Жумат — Алмашулы.
Флүр Ғәлимов – Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының Яҙыусылар берекмәһе ағзаһы, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең Ҙур әҙәби премияһы һәм Валентин Катаев исемендәге премия лауреаты. Яҙыусының башҡорт әҙәбиәтен яңы темалар һәм яңы геройҙар менән байытҡан «Яңы башҡорт» романы һәм «Аҙғын тәүбәһе» трилогияһы республика тәнҡитселәренең, Рәсәй әҙәбиәтселәре Лев Аннинский, Чечняның халыҡ яҙыусыһы, Чечня Фәндәр академияһы академигы, Рәсәй Федерацияһының әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты, Нобель номинанты Канта Ибраһимовтың һәм башҡаларҙың юғары баһаһын алды.