Премьер-министр Михаил Мишустин был тәҡдимде хупланы. «Ошо программаны оҙайтыуҙы мөһим тип иҫәпләйбеҙ. Тиҙ генә тейешле бойороҡтарҙы әҙерләргә әҙербеҙ», — тип премьерҙың һүҙҙәрен еткерҙе РИА Новости.
«Ғөмүмән, хәҙер яңы йорттарға кредиттарҙың 90 проценттан ашыуы программаға тура килә. Ул ғаиләләргә бик кәрәк. Әйткәндәй, төҙөлөш тармағына булышлыҡ итеү өсөн был үҙ ролен уйнаны», — тип өҫтәне Мишустин.