Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Октябрь 2020, 13:09

Мәктәп уҡыусыларының каникулы оҙайтылыуы ихтимал.

Республикала 4 ноябргә тиклем эпидемиологик хәл яҡшырмаһа, мәктәп уҡыусыларының каникулы оҙайтылыуы ихтимал. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#Мәғариф#Хөкүмәт

Балалар ял иткәндә, белем биреү учреждениеларында тоталь дезинфекция үтәсәк. Был турала Хөкүмәттә үткән кәңәшмәлә белдерелде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров онлайн форматта «Сәләмәтлек сәғәте» үткәрҙе. Биналарҙа килеүселәр ҙә, хеҙмәткәрҙәр ҙә битлектә булырға тейеш. Бөтә кәңәшмәләрҙе дистанцион режимда уҙғарырға кәрәк, тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе барлыҡ дәүләт һәм муниципаль учреждениеларҙа, шулай уҡ йәмәғәт урындарында һәм транспортта санитар профилактика буйынса сараларҙы көсәйтеү тураһында белдерҙе.
Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, республикала пандемия башланғандан алып, 9 мең 536 кеше коронавирус йоҡторған. Үткән тәүлектә 69 кешелә хәүефле инфекция раҫланған. Бөгөн ковид госпиталдәрҙә 3 мең 673 урын булдырылған, уларҙың 500-е резервта тотола. Бер тәүлектә уртаса 7 мең самаһы тест уҙғарыла. Бөтә дауаханаларҙа медицина препараттары һәм дезинфекция саралары запасы тупланған. Ул бер айға етерлек. Медикаменнтар даими тулыландырыла.
Читайте нас: