Ҡунаҡ өйҙәренә бер кем дә урынлаштырылмай, Шүлгәнташ мәмерйәһе лә ябыла. Был саралар пневмония һәм коронавирус менән сирләгәндәрҙең артыуына бәйле ҡабул ителде, тип белдерҙеләр ҡурсаулыҡта. Туризм – пандемиянан ныҡ зыян күргән тармаҡтарҙың береһе, уны тергеҙеү өсөн ике йыл самаһы кәрәк, тип иҫәпләй белгестәр.