Башинформ хәбәр итеүенсә, 15 октябрҙә киске сәғәт 6-ға тиклем дәүләт власы органдары, ҡала һәм район хакимиәттәре, власть органдары ҡарамағындағы учреждениелар санитар-иҫкәртеү нормаларын үтәү буйынса эске регламентты ҡабул итергә тейеш. Уларҙың береһе – эш урынында битлек кейеп йөрөү. Был хаҡта республика хөкүмәте президиумы ултырышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әйтте.
Республика етәксеһе шулай уҡ хөкүмәт ағзаларына, министрҙарға, ҡала һәм район хакимиәте башлыҡтарына, төрлө ведомство етәкселәренә кәңәшмәләрҙе ғәҙәти форматта үткәреүҙе тыйҙы.
«Бөтә кәңәшмәләрҙе онлайн форматта, зумда уҙғарығыҙ, барыһы ла унда нисек эшләргә кәрәклеген белә. Был ни өсөн мөһим? Төрлө кимәлдәге власть органдарында тиҫтәләгән мең кеше эшләй, үҙеңде һаҡлау һәм халыҡҡа әлеге шарттарҙа үҙеңде нисек тоторға кәрәклеген күрһәтеү мөһим. Беҙ ҡарар ҡабул иттек: ҡала һәм район хакимиәттәренә битлекһеҙ инеү тыйыла, әгәр килгән кешеләрҙең битлеге булмаһа, уларға үҙҙәре бирергә тейештәр. 16 октябрҙә контроль идаралығы хеҙмәткәрҙәре ошо йөкләмәнең һәм барлыҡ власть органдарында, ведомство ҡарамағындағы учреждениеларҙа битлек режимының үтәлешен тикшерә башлай», — тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.