Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Октябрь 2020, 10:09

Өфө районы Булгаков ауылында яңы мәктәп төҙөлә.

Өфө районы Булгаков ауылында ярты миллиард һумлыҡ яңы мәктәп төҙөлә. Ҙур сумма «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Стимул» федераль программаһы сиктәрендә бүленгән. Уға ярашлы, яңы микрорайондарҙа инфраструктураны үҫтереү бурысы ҡуйылған. #Ағиҙел#АиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#НацПроекты#МиллиПроекттар

БЮТ хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, Булгаков ауылы лицейында уҡыусыларҙың һаулығына иғтибар юғары. Алтынсы йыл махсус методика буйынса уҡытыу эше алып барыла. Дәрес ваҡытында балаларҙың күҙҙәренә гимнастика яһала, парта артында баҫып тороу мөмкинлеге бирелә. Белем усағы бөгөн ике сменала эшләй, бында яҡын-тирәләге ун туғыҙ ауылдан килеп уҡыйҙар. Мәғариф учреждениеһы, әйтерһең дә, резинанан төҙөлгән, кластарҙа өс тапҡырға күберәк бала иҫәпләнә.
Уҡытыусыларға көсөргәнеш тиҙҙән кәмейәсәк. Сменаға бүленеп уҡыу ҙа онотолор, моғайын. Ауылдың Бағаналы урамында күп ҡатлы йорттар менән бергә яңы мәғариф учреждениеһына ла нигеҙ һалынған.
Апрелдә «Яңы Булгаков» комплексында 825 урынлыҡ мәктәп төҙөлөшө башлана. Әлебинаның икенсе, өсөнсөҡаттарыкүтәрелә. Объект киләһе йылдың авгусында сафҡа инеп, 1 сентябрҙә бында тәүге ҡыңғырауяңғырар тип көтөлә.
Ташсылар белем усағының стеналарын күтәрә. Подрядсы ойошма төҙөлөштө билдәләнгән графикҡа ярашлы алып бара. Проект буйынса бинала тышҡы яҡтан биҙәкләү эштәре ла башҡарыласаҡ.
Булгаков ауылы Өфөнөн ни бары утыҙ саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан, шуға биләмә тиҙ үҫешә. Бер-бер артлы күп ҡатлы йорттар ҡалҡа. Йәш ғаиләләр күсенә. Ә был яңы мәғариф объектына ихтыяжды арттыра ғына. Өс ҡатлы белем усағы «Стимул» программаһы буйынса төҙөлә, ошо маҡсатта федераль һәм республика ҡаҙнаһынан 508 миллион һум аҡса бүленгән. Төҙөүселәр декабргә тиклем объекттың ҡыйығын ябып, йылы ебәрергә ниәтләнә.
Мәктәптә иркен синыф бүлмәләренән тыш, тамаша һәм спорт залдары, йөк ташыусы өс лифт буласаҡ. Бинаның дөйөм майҙаны 13 мең квадрат метрға иҫәпләнгән. Әле объект эргәһендә физкультура дәрестәрен үткәреүгә ҙур стадион төҙөлә, ер эштәре башҡарыла.
Фото: bash.news
Читайте нас: