Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Октябрь 2020, 12:47

Сибайҙан күстәнәс

15 октябрь Сибай концерт-театр берекмәһе Өфө тамашасыларын «Милли ризыҡ – тәнгә шифа, йыр-моңдары йәнгә шифа» исемле концертына саҡыра. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#Сибай#МиллиРизыҡ

Ҡаҙы, тултырма, бишбармаҡ, ҡорот, ҡымыҙ, бал, бауырһаҡ (йыуаса), шифалы үләндәрҙән сәй, айран, буҙа кеүек халҡыбыҙҙың милли ризыҡтарын данлаған йыр-моңдар, дәртле бейеүҙәр, уйын-көлкө менән үрелеп барған концертта филармониябыҙҙың бөтә ижади төркөмө ҡатнаша.
Сибай артистарының йырлы-моңло "күстәнәстәре" менән һыйланып, йәнегеҙгә шифа, күңелегеҙгә дәрт алып ҡайтығыҙ, дуҫтар!
Тамаша «Башҡортостан» дәүләт концерт залында киске сәғәт 7-лә башлана. (Ленин урамы, 50)
Билет хаҡы 300 һум.
Белешмәләр өсөн тел:
8-937-150-84-54
8-996-580-21-90
Читайте нас: