Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Октябрь 2020, 18:36

Фирҙәүес Бәшированың 75 йәшлек юбилейы.

"Бөгөн талантлы шағирә һәм билдәле йәмәғәт эшмәкәре, Ҡазан ҡалаһында йәшәүсе Фирҙәүес Бәшированың 75 йәше. Юбилей айҡанлы З.Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә "Тыуған илгенәм" тигән йыйынтығы донъя күрҙе. Илем, халҡым, Башҡортостаным тиеп йәшәгән ватандашыбыҙға оло бүләк", - тип теркәне үҙенең социаль селтәрендә Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#ЯҙыусыларСоюзы#writersunionrb

Күңелдәргә моңһоу хистәр
Һала-һала,
Йәшлек илдәрендә Йәшлек
Йәп-йәш ҡала.
Сик-тыйыуҙы белмәҫ Ваҡыт
Сыбыртҡыһын
Тауыш-тынһыҙ, моңһоҙ ғына
Һелтәп бара.... -
тип яҙғайны "Беҙ- кешеләр" шиғырында Фирҙәүес апай. Профессор Рәшит Шәкүр: "Ә уның үҙенең Тәңребеҙҙән бирелгән юлды нисек итеп үтә белеүе,минең аңлауымса, аҫыл милләтебеҙҙең мәртәбәһенә бары тик дан өҫтәрлек ғүмер юлы ул"- тип билдәләгәйне шағирәнең тормош юлын. Башҡортостан Яҙыусылар союзы яҡташыбыҙ, шағирә Фирҙәүес Бәшированы 75 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ һәм ижади уңыштар ғына теләйбеҙ!!!
Мәғлүмәт Зәки Әлибаевтың социаль селтәрҙәренән тупланды.
Читайте нас: