Байрамда ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы «Хазина» фольклор коллективы сәләмләне. Район хакимиәте алдындағы майҙанда ҙур күргәҙмә эшләне. Башҡорт, рус, татар милли аштарының ниндәй генә төрө юҡ ине! Ихаталар урындағы халыҡтың кәсеп-шөғөлөн, көнитмешен сағылдырҙы.
Төп сәхнәлә «Ваҡыт даръялары аша» тип исемләнгән театрлаштырылған тамашала райондың тарихы, Һөйәнтүҙ фажиғәһе күрһәтелде. Тамаша тарихҡа хөрмәт менән ҡарарға, үҙ тамырҙарыңды онотмаҫҡа, бөгөнгө бәхетле замандың ҡәҙерен белергә саҡырыу булып яңғыраны.
Байрам ҡунаҡтарына ҡотлау һүҙе менән район хакимиәте башлығы Р. М. Дихин, Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе И. М. Шафиҡов, Мәҙәниәт министры урынбаҫары Р. Р. Алтынбаев сығыш яһаны. Рәсми өлөштән һуң төньяҡ-көнбайыш башҡорттарҙың ырыуҙар парады үтте. Асҡын ауылы үҙәк майҙаны буйлап 13 район һәм ҡала вәкилдәре уҙҙы. Улар араһында балыҡсы, ғәйнә ырыуҙарының милли костюмдары сағыулығы менән айырылып торҙо. Парад, ысын мәғәнәһендә, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының берҙәмлеген сағылдырҙы.
Сарала «Ғаиләм — минең ҡәлғәм» республика ғаилә халыҡ ижады видеоконкурсы Гала концертында Асҡындан Сәфиуллиндар, Ғәфүрйәновтар, Ғилметдиновтар, Ғатиндар, Нуриман районынан Асеевтар, Туймазынан Хәсәншиндар, Балтастан Сабировтар Тәтешленән Нуриәхмәтовтар сығыш яһаны. Байрам һуңында конкурс еңеүселәре бүләкләнде.