“Аҙна ошолай башлана: беҙҙә ковид менән ауырыусылар һаны арта. Бөгөнгә ҡарата Башҡортостанда сир барлығы 9 402 кешелә теркәлгән. Тәүлек эсендә 58 яңы ауырыу асыҡланған. Йәйен сирләүселәр кәмегәйне. Был һан – июлдән башлап иң ҙуры. Илдә лә ауырыусылар һаны буйынса сираттағы рекорд билдәләнә – аҙаҡҡы тәүлектә 13 592 кеше сирләгән.
Шуға күрә, беренсенән: балаларҙы бер аҙна алдан, 19 октябрҙән, каникулға ебәрәбеҙ. Шул рәүешле беҙ уҡытыусыларҙы һаҡлаясаҡбыҙ.
Икенсенән: күмәк халыҡ ҡатнашлығында үтә торған бөтә саралар һанын кәметәбеҙ. Шул иҫәптән Бәләбәйҙә, Бөрөлә алдан иғлан ителгән ҙур сараларҙы ла. Халыҡтың быны аңлап ҡабул итеүен һорайбыҙ.
Өсөнсөнән: баҙарҙарҙа, магазиндарҙа, транспортта, мәҙәниәт һәм спорт учреждениеларында санитар-эпидемиология ҡағиҙәләренең үтәлеүенә контролде көсәйтәбеҙ.
Дүртенсенән: резервтағы койка фондын ҡуллана башлайбыҙ. Әлегеһе генә етерлек түгел. Тиҙ ярҙам машиналарының ауырыуҙарҙы госпитализациялауға сиратта тороуын булдырырға ярамай. Стәрлетамаҡта йоғошло сирҙәр үҙәген төҙөй башланыҡ. Уны быйыл 15 декабргә тиклем файҙаланыуға тапшырасаҡбыҙ.
Бишенсенән: 65 йәштән өлкәндәрҙең бөтәһенә лә үҙизоляцияға китергә тәҡдим итәбеҙ. Оло йәштәгеләрҙең күмәк сараларҙа мөмкин тиклем ҡатнашмауын, күберәк өйҙә ҡалыуын үтенәбеҙ.
Алтынсынан: 15 октябргә тиклем бөтә дәүләт һәм муниципаль органдарҙа һәм ойошмаларҙа битлек кейеү режимын ҡәтғиләштереүгә һәм барлыҡ сараларҙы күҙәтеүгә йүнәлтелгән өҫтәмә эске регламенттар ҡабул ителәсәк.