Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Октябрь 2020, 12:15

Көйөргәҙе районында «Ҡурай» стелаһы асылды.

Көйөргәҙе районы Яҡут ауылында «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә тантаналы рәүештә «Ҡурай » стелаһы асылды. Ул ауыл халҡы өсөн изге һаналған Әүлиә тауы янында урын алды. Стела алыҫтан уҡ асыҡ күренеп тора. Дауамы сайтта #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#АйыҡАуыл#Көйөргәҙе

Стеланы асыу теләге менән көйөргәҙеләр 2012 йылда уҡ яна башлай. Ул саҡта 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүҙең 200 йыллығына арналған Ҡурайсылар йыйыны уҙғарыла. Ә 1912 йылдағы бәйгелә нәҡ Яҡут ҡурайсыһы беренсе урын яулаған, тип һөйләй ауыл ҡарттары.
«Ҡайһы бер ололарыбыҙҙың да тарихты белмәүе беҙҙе уйландырҙы. «Тағы ла йөҙ йылдан бындай йыйындар булырмы?» тигән уй күңелде өттө, сөнки ҡурайҙа уйнарға теләүселәребеҙ күҙгә күренеп кәмей. 2112 йыл үтәсәк йыйынға ҡурай музейҙарҙа ғына тормаҫмы? Был стела киләсәк быуынды, балаларҙы тарих менән ҡыҙыҡһыныуға этәрһен, тыуған ергә һөйөү, халҡы өсөн ғорурлыҡ уятһын! Стеланы ҡуйыуҙа күптәр ҡатнашты. Айырыуса иретеп йәбештереү оҫталары Ильнур, Хәмит, Дамир Әбйәлиловтарға, ҡурайҙы ҡуйыуҙа ярҙамлашҡан Ванир Резбаев, Айнур, Илмир Әбйәлиловтар, Рәмил Заһитов, Рәсим Ишдәүләтов, Әхәт һәм Зөфәр Ялсыҡаевтарға, буяусылар Гөлфиә Әбйәлилова һәм Айгөл Ғәббәсоваларға, шулай уҡ, Мораптал ауыл хакимиәте башлығы, ауылыбыҙ депутаты Асҡар Исат улына рәхмәтлебеҙ»,-ти Нурзилә Хәйбуллина.
Стела был төбәктә йәшәгән оҫта ҡурайсыларға дан йырлай. Нәҡ Көйөргәҙе районында үткән мәртәбәле ҡурай йыйындары, данлыҡлы ҡурайсылар тураһында үҫмер балалар, йәштәр белеп үҫергә тейеш, тип һанай ауыл халҡы.
«Ерҙеӊ күрке — таҡыябаш үлән Моӊдар һибә оҫта ҡулдарҙа. Башҡортмон да тигән, ай, егеттеӊ Бер ҡулҡайы көмөш йүгән тотор, Икенсеһе булыр ҡурайҙа!»-ти үҙенең шиғырында һәүәҫкәр ҡурайсы Мәһәҙи Фәтҡуллин.
«Айыҡ ауыл-2020» конкурсы сиктәрендә үткән сара оло байрамға әйләнде. Ҡунаҡтар киленгә һыу юлын күрһәтеү милли йолаһын ҡараны, «Килен ҡойоһо» асылды.
Юбилейҙарын билдәләгән ғаилә парҙарына район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Бергәләп ағас ултыртҡандан һуң, байрамда ҡатнашыусылар килен сәйенән ауыҙ итте.
Читайте нас: