Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Октябрь 2020, 10:59

Байрам менән!

Ҡәҙерле милләттәштәр!"Ағиҙел" журналы мөхәрририәте һеҙҙе Башҡортостан Республикаһы көнө менән ҡотлай. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#РеспубликаКөнө#ДеньРеспублики#Башҡортостан

Йәнтөйәгебеҙ, халҡыбыҙҙың изге төбәге һәм тарихи үҙәге бөгөн күркәм байрамын билдәләй. Башҡорт халҡына хас булған сифаттар: ғәҙеллек, уртаҡ ихтыяр, ихласлыҡ һәм рухи көс республикабыҙҙың үҙендә лә сағылыш тапҡан. Шуға Башҡортостан Республикаһы барлыҡҡа килгән көнөнән бөгөнгәсә алға китеш, үҫеш өлгөһө булып йәшәй.

Башҡортостаныбыҙҙың иң төп байлығы- халыҡ. Бөгөн Башҡортостанда аңлы, рухи һәм физик яҡтан сәләмәт, зыялы кешеләр йәшәй, тип әйтә алыуыбыҙ беҙҙең өсөн шатлыҡ. Арабыҙҙа берҙәмлеккә, аңлы, айыҡ тормошҡа ынтылған, зиһен ҡеүәһен, мөхитен, тормош сифатын яҡшыртырға тырышҡан, туған телен камил белергә теләгән кешеләр һанын күбәйтеү — төп маҡсатыбыҙ.

Хөрмәтле милләттәштәребеҙ, Республика көнөндә һеҙгә иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Ҡайҙа ғына тыуһағыҙ, йәшәһәгеҙ һәм эшләһәгеҙ ҙә, бөгөн — беҙҙең уртаҡ байрамыбыҙ. Байрам менән!
Сәскә ат, Башҡортостан!
Башҡортостан (Ш. Бабич)
Арыҫландар үҙ ерен
Залимдарҙан тапатмаҫ,
Таптаймын тип атлаһа,
Башҡорт ҡаны атлатмаҫ.
Ил өҫтөнә сапҡан яу
Башҡорт йәнен ҡаҡшатмаҫ,
Бысраҡ табан аҫтында
Башҡорт намыҫы ятмаҫ.
Башҡортостан — гөлбостан,
Сөнбөлөстан, нурбостан,
Шунда тыуған, шунда үҫкән
Башҡорт атлы арыҫлан!
Башҡортостан баҡсаһы —
Арыҫландар торған ер;
Арыҫландар бабаһы —
Ҡаһармандар йөрөгән ер;
Ҡаһармандар кәүҙәһен
Ҡосаҡлаған, күмгән ер;
Хәләл ҡандар шәүләһен
Күккә тәрсим ҡылған
ер.
Башҡортостан — гөлбостан,
Былбылстан, нурбостан,
Шунда тыуған, шунда үҫкән
Башҡорт тигән арыҫлан.
Башҡорт халҡы тарихта
Ғәйрәт менән фаш булған;
Киң иреккә ашҡынған
Күңелдәге ташҡындан;
Һәр ваҡытта намыҫын
Үҙ башына баш ҡылған;
Тыуған илен һаҡлауға
Үҙе булған таш ҡурған.
Башҡортостан — гөлбостан,
Рәйханостан, нурбостан,
Шунда тыуған, шунда үҫкән
Башҡорт улы арыҫлан.
Көслө намыҫ, ташҡын йән
Торҙо, тағы ҡалҡынды;
Тағы башҡорт халҡында
Иҫке ялҡын балҡыны.
Мең йәһәннәм тыуҙырыр
Бер башҡорттоң ялҡыны;
Миллион ожмах яратыр
Бер Уралдың алтыны!
Башҡортостан — нурбостан,
Рәйханостан, гөлбостан.
Шунда тыуған, шунда үҫкән
Башҡорт улы арыҫлан.
Уралҡайҙың аҫты алтын,
Өҫтө шиғыр, үҙе нур;
Киләсәктә был ергә
Хоҙай үҙе ҡыҙығыр;
Фирҙәүестәр төҙөлөр,
Әлуан ниғмәт
теҙелер;
Күкте ташлап мәләктәр,
Был ерҙәргә гиҙенер.
Башҡортостан — йәмбостан,
Илһамстан, шиғырстан,
Шунда тыуған, шунда үҫкән
Башҡорт намлы арыҫлан!
Ҡыуан аңлап, әй, Ватан,
Беҙ аңланыҡ хәлеңде;
Һине һалып ҡулбашҡа,
Беҙ йөкләнек ғәмеңде.
Ғәреш әғлә
өҫтөнә
Мендерербеҙ даныңды;
Беҙ фидаи һинең өсөн —
Йәшәтербеҙ намыңды!
Башҡортостан йәшәһен,
Сөнбөлөстан йәшәһен!
Шунда тыуып, шунда үҫкән
Арыҫландар йәшәһен!
Читайте нас: