Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Октябрь 2020, 16:09

Яңауыл районында Хәлим Әмировҡа бюст асылды.

Граждандар һуғышында һәм Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашҡан Хәлим Насретдин улы Әмировҡа Яңы Уртауыл ауылында бюст асылды. Тантаналы сарала билдәле дәүләт эшмәкәре, скульптор Рафаэль Зинуров, тарихсы Әхәт Салихов, Яңауыл районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рафаэль Яхин, ауыл халҡы, мәктәп уҡыусылары ҡатнашты. Быйыл белем биреү учреждениеһына Хәлим Әмиров исеме бирелде. Мәктәптә эшләп килгән музейҙа данлыҡлы яҡташтарына арналған экспозиция төҙөләсәк. Тәүге аҙымдар яһалған инде. Дауамы сайтта #Ағиҙел#Ағиҙелурналы#Яңылыҡтар#Яңауыл#ХәлимӘмиров

«Әмиров Хәлим Насретдин улы 1894 йылда Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Абрай улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Яңауыл районы) Яңы Уртауыл ауылында тыуған. Милләте буйынса башҡорт. 1918 йылдың йәйендә Башҡорт Хөкүмәтенең Мәғариф бүлеге мөдире урынбаҫары итеп тәғәйенләнә һәм Башҡортостан автономияһының кантон башҡармалары янындағы Мәғариф бүлектәрен ойоштороу менән шөғөлләнә. 1919 йылдың мартында Башҡорт АССР-ының Халыҡ мәғарифы комиссариаты Коллегияһы ағзаһы итеп раҫлана. Һуңыраҡ Башҡортостандың революцион хөкүмәтен ойоштороу ваҡиғаларында ҡатнаша»,- тип һөйләй Яңауыл районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рафаэль Яхин.
18 майында ул дивизияның сәйәси комиссары итеп тәғәйенләнә. 1919 йылдың июнендә башҡорт ғәскәрҙәре составында Көньяҡ фронтҡа Харьков ҡалаһында була.1919 йылда Хәлим Әмиров Башревкомдың башҡорт ғәскәрҙәренең махсус вәкиле булараҡ, Петроградҡа ебәрелә. Петроградта башҡорт ғәскәрҙәренең I Коммунистик конференцияһында «Башҡорт хәрәкәте» тигән доклад менән сығыш яһай.
1920 йылда Башҡорт АССР-ы Халыҡ мәғарифы комиссариаты Коллегияһы ағзаһы булып эшләй. 1920 йылдың 25 мартынан Башревком кантревкомы рәйесе итеп тәғәйенләнә. 1921 йылдың авгусынан Башобкомдың Башҡорт АССР-ы Ревтрибуналы янындағы Дәүләт ғәйепләүсеһе урынбаҫары булып хеҙмәт итә.1930-сы йылдарҙа Өфө мотор заводының коммуналь бүлегендә плановик булып эшләй. 1936 йылдың 23 октябрендә ҡулға алына һәм өс йылға иркенән мәхрүм ителә. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. Тыуған яҡты өйрәнеүсе Светлана Хашимова Хәлим Әмировтың шәжәрәһен төҙөй.
«2013 йылдан мин шәжәрәләр менән шөғөлләнәм. Ике йыл инде Башҡортостан дәүләт архивы үткәргән конкурстарҙа ҡатнашам. Үткән йыл Ғәйнан Әмири шәжәрәһе менән беренсе урын яуланым. Шул шәжәрә өҫтөндә эшләгәндә, Ғәйнан Әмири һәм Хәлим Әмировтың туғанлыҡтары барлығын асыҡланым. Өс йылға яҡын Хәлим Әмировтың тамырҙарын барлайым. Бик данлыҡлы нәҫел булған, араларында күренекле шәхестәр бар. Хәлим Насретдин улының ҡасан һәм ҡайҙа вафат булыуы әле билдәһеҙ, эшемде дауам итәсәкмен»,- ти тыуған яҡты өйрәнеүсе Светлана Хашимова.
Хәлим Әмиров 1989 йылда 12 ноябрендә аҡлана. 2018 йылда тыуған ауылында уға мемориаль таҡтаташ асылған. Яңауыл районы халҡы данлыҡлы яҡташтары менән хаҡлы ғорурлана. Бөгөн Яңы Уртауыл ауылында тыл эшсәндәре, әсәләр һәм һуғыш балалары хөрмәтенә лә һәйкәл асылды.
Читайте нас: