Таҡтаташты асыу тантанаһында Башҡортостандың Мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, Башҡортостан Фәндәр академияһының вице-президенты Айтуған Аҡманов, Хафиз Ҡушаевтың һәм Муллайән Халиҡовтың Силәбе өлкәһе Арғаяш районынан һәм Бүздәк районынан килгән яҡташтары һәм туғандары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты вәкилдәре ҡатнашты.
«Беҙҙең данлыҡлы яҡташыбыҙ Хафиз Ҡушаевҡа ошондай таҡтаташ асылыуына беҙ кинәнәбеҙ. Ул беҙҙең яҡтарҙа күп кенә легендалар, “Хафиз-кантон” халыҡ йырының геройына ла әйләнгән хатта. Хафиз Ҡушай улының бер туған ҡустыһы Ҡәйүм Ҡушай улы бик күп йылдар дауамында ошондай таҡтаташ урынлаштырыу ниәте менән янып йәшәгән. Уның көсө менән Хафиз Ҡушаев тураһында күп кенә архив мәғлүмәттәре тупланған, Ҡәйүм Ҡушай улы ағаһының таҡтаташына яҙыласаҡ һүҙҙәрҙе лә әҙерләгән булған»,— тип һөйләне тантанала Силәбе өлкәһе Көҙәш ауылындағы музей мөдире Мөхтәрәмә Ишбулатова.
Таҡататаштарҙы асыу тантанаһынан һуң Милли музейҙа “Күренекле етәкселәр Хафиз Ҡушаев һәм Муллайән Халиҡов: хәтер һәм мираҫ” исемле түңәрәк өҫтәл үтте. Уның барышында республика тарихсылары һәм йәмәғәтселәре ике күренекле дәүләт эшмәкәренең исемен мәңгеләштереү буйынса артабанғы эштәр хаҡында фекер уртаҡлашты.
«Башҡортостандың әлеге хәле һәм беҙ шаһит булған ҡаҙаныштары—ошо ике кеше ҡулы менән эшләнгән эш һөҙөмтәһе. Совет власы өсөн иң ауыр булған 20-се йылдарҙа улар Республиканы етәкләй. Мәҫәлән, аслыҡ йылдарында Муллайән Халиҡов Мәскәүгә ярҙам талап итеп хаттар яҙа. Башҡортостандың әлеге сиктәре лә был ике тарихи шәхес башҡарған хеҙмәттең емештәре. Уларҙың исемдәрен ошондай кимәлдә мәңгеләштереү беренсе тапҡыр үтә. Быға тиклем Халиҡов менән Ҡушаевтың исемдәре туған яҡтарында ғына йыш телгә алынды. Был эште беҙ дауам итербеҙ, ә уның беҙ теләгән аҙағы һәм беҙҙең иң ҙур өмөтөбөҙ—Муллайән Халиҡов менән Хафих Ҡушаевҡа һәйкәл ҡуйыу»,— тип белдерҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡорт халҡының тарихы һәм үҫеше буйынса комиссияһы кураторы, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев.