Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Октябрь 2020, 13:22

Башҡортостанда мәктәптәрҙә көҙгө каникулды бер аҙнаға оҙайтырға хәл ителде.

Башҡортостанда мәктәптәрҙә көҙгө каникул бер аҙнаға оҙайтыла. Был хаҡта республика хөкүмәтендәге үҙ сығанағына һылтанма менән UFA.AIF.RU хәбәр итте. Тулыраҡ мәғлүмәт сайтта #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#Мәктәп#Каникул

Көҙгө каникул 26 октябрҙә башланырға һәм 10 көн, 4 ноябргә тиклем дауам итергә тейеш ине.
Хәҙер ул бер аҙнаға алданыраҡ — 19 октябрҙә башлана. Шулай итеп, уҡыусылар 17 көн ял итә.
Был ҡарар коронавирус менән сирләү буйынса хәүеф төркөмөнә ҡараған уҡытыусыларҙың именлеген тәьмин итеү кәрәклеге менән аңлатыла.
Башинформ агентлығы хәбәр итеүенсә, республиканың 112 мәктәбе уҡыусыларҙың һәм уҡытыусыларҙың COVID-19 менән ауырыуына бәйле өлөшләтә дистанциялы уҡытыуға күсте.
Читайте нас: