Ағиҙел
-9 °С
Ҡар
ӘҘӘБИӘТ
ЙӘМҒИӘТ
ӘҘӘБИ ЯҢЫЛЫҠТАР
ВК
ТЕЛЕГРАМ
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Октябрь 2020, 11:42
Республикала Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленең иң яҡшы проектына конкурс иғлан ителде.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың милли геройы, легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, Рәсәй Федерацияһы Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленең иң яҡшы проектына асыҡ конкурс уҙғарыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Конкурсты ойоштороусы – Башҡортостан Башлығының Эштәр идаралығы, ул конкурс положениеһын һәм комиссия составын раҫларға тейеш. Дауамы сайтта #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#Шайморатов#НацПроекты
Республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығына – «Башҡортостан» ТРК ДУП-һы менән берлектә конкурсты яҡтыртыу, Башҡортостан Хөкүмәтенә Указды тормошҡа ашырыу менән бәйле сығымдарҙы финанслау сығанаҡтарын билдәләү бурысы йөкмәтелде.
Легендар комдивҡа һәйкәл Өфөнөң Совет майҙанында ҡуйыла.
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"