Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Октябрь 2020, 14:59

Асҡын районында “Шәжәрә байрамы” үткәрелә.

10 октябрҙә Асҡын районының Асҡын ауылында Республика халыҡ байрамы – “Шәжәрә байрамы” ойошторола.

Байрам программаһында:
- “Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары” фәнни-практик конференцияһы,
- Башҡортостан Республикаһы көнөн, Асҡын районының 90 йыллығын һәм “Шәжәрә байрамын” асыу тантанаһы,
- шәжәрә аллеяһы менән танышыу, ҡул эштәре оҫталары, "Шәжәрә” район балалар һүрәттәре конкурсы эштәре менән танышыу,
- “Ғәиләм - минең ҡәлғәм” Республика конкурсының Гала-концерты,
- шәжәрә төҙөүселәр араһында конкурс, балалар һүрәттәре конкурсы һәм “Ғәиләм - минең ҡәлғәм” Республика конкурсының еңеүселәрен бүләкләү танатанаһы,
- «Йәшлек Шоу-2020. Перезагрузка» бөтә Рәсәй йәштәр фестивале сиктәрендә Оpen-air.
Ойоштороу эштәре буйынса һорауҙар менән байрамдың координаторы Гөлгөнә Вәлит ҡыҙы Баймырҙинаға мөрәжәғәт итергә: 8 (347) 289-65-50.
Читайте нас: