Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Октябрь 2020, 18:46

Пермь крайында Туҡтамыш Ишбулатовҡа арналған һәйкәлдәр композицияһын асырға әҙерләнәләр.

Пермь крайы Барҙа районының Хакимиәте бинаһы ҡаршыһында ғәйнә башҡорттарынан сыҡҡан тарихи шәхес, улус старшинаһы, башҡорт депутаты һәм сәнәғәтсе Туҡтамыш Ишбулатовтың бюсы ҡуйылды.Был объект—Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы оҙаҡ алып барған эштең һөҙөмтәһе. Бюстың авторы—Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең рәсамдар союзы ағзаһы Өлфәт Ҡобағошов. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#Пермь#ТуҡтамышИшбулатов

Әлеге бюст—ғәйнә башҡорттарына арналған тарихи комплекстын бер өлөшө генә. Уның янында Туҡтамыш Ишбулатовтың шәжәрәһе лә урынлаштырылды, ә тирә-яҡтағы парк биләмәһе Барҙа районы хакимиәте көстәре менән тәртипкә килтерелә. Һәйкәлдәр композицияһын асыу тантанаһы 14 ноябргә тәғәйенләнгән.
«Был һөйәкәлде әҙерләүҙә Башҡортостан Хөкүмәте һәм Республика Башлығы беҙгә ярҙам күрһәтте. Әлеге паркта күптән инде Ғабдулла Туҡай һәйкәле тора, Туҡтамыш Ишбулатовҡа һәйкәлдең асылыуы уның биләмәһен башҡорт халҡының мәҙәни үҙәгенә әйләндерер, тип көтөлә. Был ике һәйкәлде тоташтырған һуҡмаҡта иһә "Дуҫлыҡ күпере" тип аталған объект төҙөләсәк. Ғөмүмән алғанда, һуңғы бер нисә йылда Башҡортостандың беҙгә — Пермь башҡорттарына ҡарата ҙур хәстәрлеген һәм ярҙамын тоябыҙ. Быйыл шулай уҡ Башҡортостан Башлығының гранты ярҙамында "Ғәйнә диалекты һүҙлеге", Пермь крайында тыуған яҙыусы Наил Ғәбдүшевтең башҡорт теленең ғәйнә диалектында сыҡҡан шиғырҙар йыйынтығы донъя күрҙе, Пермь крайында эшләгән башҡорт теле уҡытыусылары өсөн методик семинар уҙғарылды. Әле "Аҡбуҙат" республика балалар журналы менән берлектә башҡорт теленең ғәйнә диалектында балалар өсөн журнал баҫмаға әҙерләнә»,— тип белдерҙе Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов.
Туҡтамыш Ишбулатов—Уҫы даруғаһының Ғәйнә улусы старшинаһы, Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Е.Пугачев полковнигы, Өфө провинцияһы башҡорттарынан Уложенный комиссия депутаты, мәғдән сығарыусы. 1767-1769 йылдарҙа Комиссия депутаты булараҡ, ул ислам динен ирекле тотоу, улустарға писарҙарҙы башҡорттар араһынан тәғәйенләү, яһаҡ түләүҙе тергеҙеү һәм тоҙ һалымын ғәмәлдән сығарыу, аҫаба башҡорттар менән тау заводы хужалары араһында ер мөнәсәбәтен көйләү, почта һәм ылау бурыстарын үтәү, Ырымбур сик һыҙығында хеҙмәт иткән өсөн эш хаҡы түләү, сауҙагәрҙәрҙең монополияһына ҡаршы тороу кеүек башланғыстарҙы күтәргән. Салауат Юлаев менән бергә Уҫыны алыуҙа ҡатнашҡан. Ихтилал етәкселәренең береһе булғаны өсөн, Екатерина II тарафынан депутат дәрәжәһенән мәхрүм ителгән, әммә старшина булып эшләүен дауам иткән.
Читайте нас: