Ағиҙел
-25 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Октябрь 2020, 12:13

Грек-рим көрәше буйынса Рәсәй кубогы.

8 – 11 октябрҙә Өфөлә, Башҡортостандың Р.А. Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә республика Башлығы приздарына ирҙәр араһында спорт (грек-рим) көрәше буйынса Рәсәй кубогы уҙғарыла.

Спорт форумында илдең 34 төбәгенән ун ауырлыҡ категорияһында иң көслө 300-ҙән ашыу көрәшсенең ҡатнашыуы көтөлә.
Ярышты республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы Башҡортостан Республикаһының Спорт көрәше федерацияһы менән берлектә ойоштора. Сара 9 октябрҙә иртәнге сәғәт 10-да башлана. 11 октябрҙә көндөҙгө сәғәт 2-лә уны ябыу тантанаһында еңеүселәр һәм призерҙар бүләкләнә, “Ауыл тренеры” программаһы буйынса сертификаттар, Рәсәйҙең спорт мастеры таныҡлыҡтары, ҡала һәм райондарға “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль программаһы нигеҙендә микроавтобустар тапшырыла.
Рәсәй кубогы барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров олимпия чемпиондары, Берләшкән көрәш донъяһы, Рәсәйҙең Спорт көрәше федерацияһы вәкилдәре менән осраша. Шулай уҡ эшлекле осрашыуҙар, килешеүҙәр төҙөү күҙаллана.
Читайте нас в