Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Октябрь 2020, 17:04

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ерҙәр менән идара итеү хоҡуғы хаҡында закон проектын ҡарай.

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай сиктәре билдәләнмәгән ерҙәр менән идара итеү хоҡуғын Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығына тапшырыу тураһында закон проектын ҡарай. Ул йәмәғәтселектә күп һорауҙар һәм ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#ГосСобрание#Ер#ЗаконПроекты

Башҡортостан башлығы янындағы кеше хоҡуҡтары буйынса совет ҡанунға үҙгәрештәр авторҙары, хоҡуҡ һаҡсылары һәм граждандар менән түңәрәк өҫтәл уҙғарҙы. Әле хужаһыҙ ерҙәр муниципалитеттар ҡарамағында. Был закон проекты вәкәләттәрҙе үҙгәртмәй, республика органы яғынан тик өҫтәмә контроль мөмкинлектәрен бирә, ти Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары Рөстәм Ғиззәтуллин.
Киләһе аҙнанан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың комитет ултырыштары башлана. Республика Парламентының пленар ултырышы 29 октябргә тәғәйенләнгән.
Читайте нас: