«Уҡый-яҙа белмәгән малай-ҡыҙҙарға белем биреү менән бер рәттән, төрлө ғаиләнән, төрлө характерҙағы балалар күңеленә асҡыс табып, уларҙан шәхес тәрбиәләүгә өлгәшеү һәләтенә бары тик уҡытыусы ғына эйә була алалыр. Ни тиклем ғилем, сабырлыҡ, көс талап иткән тынғыһыҙ хеҙмәт икәненә әлеге ваҡытта беҙ тағы ла нығыраҡ инанғанбыҙҙыр. Һәр хәлдә дистанцион уҡыу системаһы беҙгә был һөнәрҙе үҙ иңебеҙҙә татып ҡарарға мәжбүр итте»,— ти ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советы етәксеһе Динара Ҡотлобаева.
Һәйкәлде асыу эшендә бар коллектив ҡатнаша. Уҡытыусылар 1924 йылдан алып бөгөнгәсә ошо мәктәптә эшләгән педагогтар исемлеген тулыландырһа, техник хеҙмәткәрҙәр һәйкәлгә постамент әҙерләй
Китапты һынландырған стеланы Һамар өлкәһендә эшләтеп алып ҡайталар. Гранит китаптың бер яҡ битенә:
«Күсәренә ерҙең ҡуйыр инем,
Яҙып ҡуйыр инем алтын менән
«Уҡытыусы» тигән һүҙ генә!» тигән шиғыр юлдары яҙылған. Икенсе яғында башҡорт мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!» тигән бөйөк һүҙҙәре урын алған. Ә уның аҫтына уҡытыусылар исемлегенән торған стенд эленгән.
«Был һәйкәл — бөтә уҡытыусыларға ихтирамыбыҙ билдәһе. Заманы ла үҙгәреп тора, бөгөн педагогтарҙың һөнәри кимәленә ҡарата талаптар яңынан-яңы талаптар барлыҡҡа килә. Уларҙың эшенең һөҙөмтәһе өлгәш буйынса ғына түгел, ә уҡыусыларының ысын компетентлығы, конкуренцияға һәләтлелеге менән билдәләнә. Заман уҡытыусыһы инновацион технологияларға һәм уҡытыу сараларына эйә булырға тейеш. Беҙҙең мәктәп районда алдынғылыҡ яулап, «Һанлы мәғариф» программаһы буйынса яңы йыһаздар алды. Интерактив таҡталар, балаларға 30, уҡытыусыларға 15 ноутбук, универсаль принтерҙар килде. Әле уларҙы ҡулланыу өсөн юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырыу эше башланды»,— ти Иҫке Монасип ауылы урта мәктәбе директоры Данил Ҡотлобаев.
Әлегә һәйкәл районда индерелгән юғары әҙерлек режимы һаҡланыу сәбәпле рәсми рәүештә асылмаған, шулай ҙа был һөйөнөслө яңылыҡ уҡытыусылар көнөнә бүләк булараҡ иғлан ителде. Был стела быйыл яңыса зауыҡ менән һулыш алған мәктәп майҙансығында төп үҙенсәлек булараҡ үҙ урынын биләне.
Мәғлүмәт һәм фотолар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының рәсми сайтынан алынды.