Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Октябрь 2020, 00:07

"Был эш дауамлы, киләсәкле булһын, халҡыбыҙҙы берләштерһен".

Бөгөн Пермь крайының Барҙы районы мәғариф идаралығында бик әһәмиәтле, матур сара үтте. Бында әлеге райондың һәм Башҡортостандың Тәтешле районының мәғариф идаралыҡтары Пермь крайының башҡорт факультативтары уҡытыусылары өсөн семинар уҙғарҙы. Сараны үткәреүгә Пермь крайы һәм Барҙы районы башҡорттары ҡоролтайҙары ҙур көс һалды. Тулыраҡ мәғлүмәт һәм фотолар сайтта #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#Пермь

Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәсил Тимерғәзи улы Мөхәмәтйәнов менән бәйләнешкә сығып, әлеге сара хаҡында һөйләп үтеүен һораныҡ.
- Сарала Барҙы һәм Тәтешле районы вәкилдәре, крайыбыҙҙың башҡорт факультативтары уҡытыусылары, Пермь крайында эшләп килгән тарихи-мәҙәни үҙәк хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Ҡоролтай етәксеһе булараҡ, алда торған мөһим бурыстар, башҡарылырға тейешле эштәр хаҡында сығыш яһаным. Уҡытыусыларға методик әсбаптар, “Ғәйнә диалекты һүҙлеге”, яҡташ яҙыусыбыҙ, БР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Ғәйнә ырыуы башҡорто Наил Ғәбдүшевтең үҙебеҙҙең диалектта сыҡҡан шиғырҙар йыйынтығын тараттым. Был эштәрҙең барыһы ла Башҡортостан Башлығының туған телдәрҙе һаҡлауға йүнәлтелгән гранты иҫәбенә башҡарылды. Эйе, быйыл үҙ проектымды эшләп, ошо грантҡа үткәрелгән конкурста ҡатнашып, еңеү яуларға насип булды.
Семинарҙа ҡатнашҡан уҡытыусылар әлеге бүләктәр өсөн бик ҡыуанды. Тәтешле районынан килгән милләттәштәребеҙ ғәйнә диалекты менән бер рәттән башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә мәктәптәрҙә әҙәби башҡорт телен өйрәнеү мәсьәләһен дә күтәрҙе.
Ғөмүмән, һуңғы бер нисә йылда Башҡортостандың беҙгә – Пермь башҡорттарына ҡарата ҙур хәстәрлеген һәм ярҙамын тоябыҙ. Былтыр ҙа крайыбыҙҙа эшләгән тарихи-мәҙәни үҙәк менән ошондай грант яулап, Башҡортостан автономияһының 100 йыллығына арнап “Билдәле Ғәйнә башҡорттары” тигән ҙур сара ойоштороуға өлгәшкәйнек. Унда бик матур күргәҙмә материалдар тупланды, фәнни-ғәмәли конференция ойошторолдо.
Ошондай иғтибар-хәстәр өсөн Башҡортостан етәкселегенә, шәхсән республика Башлығы Радий Хәбировҡа рәхмәтебеҙ сикһеҙ, - тип һөйләп үтте крайҙың ҡоролтай рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов.
Шулай уҡ Рәсил Тимерғәзи улы бөгөн уларҙа “Пермь башҡорттары” гәзиттең донъя күреүе, “Нурлы Барҙы” мосолман гәзитендә диалект телендә “Ғәйнә башҡорттары” тигән ҡушымта нәшер ителеүен әйтеп үтте.
2013 йылда крайҙың ете районында башҡорт телен өйрәнеү буйынса факультативтар асыу эше ойошторола. Әммә төрлө сәбәптәр арҡаһында эш һүнеп ҡала. Әлеге ваҡытта улар яңы көс һәм дәрт менән яңынан эш башлаған.
- Республика етәкселеге тарафынан, ниһайәт, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарына, уларҙың диалектына, шулай уҡ беҙҙең ише сит өлкәләрҙә йәшәгән, башҡа диалектта һөйләшкән башҡорттарға иғтибарҙың артыуы – ысын мәғәнәһендә ҡыуаныслы хәл. Беҙ үҙебеҙҙе иңебеҙгә яңынан ҡанаттар үҫкәндәй итеп тоябыҙ. Был эш дауамлы, киләсәкле булһын, халҡыбыҙҙы берләштерһен, тип рухланып эшләйбеҙ, - тине Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе.
Мәғлүмәт Башҡортостан гәзитенең рәсми сайтынан алынды.
Читайте нас: