Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Октябрь 2020, 13:10

Булат Йосопов Рәми Ғарипов тураһында фильм төшөрәсәк!

"Рәми Ғариповҡа бағышланған фильм күләмле йәмәғәт проекты булырға тейеш ине. Ысынлап та, шағир тураһындағы фильм идеяһы халыҡ тарафынан яҡлау тапты" #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#БулатЙосопов#РәмиҒарипов#Кино#Яңылыҡтар

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы «Ҡиммәттәрҙе һаҡлаусы һәм абруй сығанағы булараҡ милли кинематограф» темаһына түңәрәк өҫтәл үткәрҙе. Унан һуң, «Тере лента» кинокомпанияһы продюсеры Леонид Филинов Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын Рәми Ғарипов тураһындағы «Шағир көндәлеге» фильмы буйынса стратегик партнер булырға саҡырҙы һәм уны тормошҡа ашырыуҙа, танытыуҙа ярҙам кәрәклеген билдәләне.
«Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән 2020 йыл Башҡорт теле йылы тип иғлан ителде, ә 2019 йылда Башҡорт теле көнө Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғыры билдәһе аҫтында үтте. Һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек өсөн уртаҡ сәбәптәр бар. Рәми Ғариповҡа бағышланған фильм күләмле йәмәғәт проекты булырға тейеш ине. Ысынлап та, шағир тураһындағы фильм идеяһы халыҡ тарафынан яҡлау тапты.Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы- мөһим стратегик партнер. Беҙҙең «Бабич» һәм «Беренсе Республика» фильмдары буйынса ла хеҙмәттәшлектә яҡшы тәжрибәбеҙ бар, һәм Ҡоролтайҙың башҡорт халҡының мәҙәни һәм ижтимағи тормошонда ни тиклем мөһим роль уйнағанын яҡшы аңлайбыҙ»,— ти Леонид Филинов.
Фильм оҙаҡламай төшөрөлә башлаһа, команда эште киләһе йылдың аҙағында тамамларға ниәтләй. Фильмдың премьераһы шағирҙың юбилейына, 2022 йылдың февраленә тәғәйенләнгән.
Читайте нас: