Яңы балалар баҡсаһын сафҡа индереү ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Демография” милли проекты ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға тулыһынса яуап бирә.
Республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, бөгөнгә төҙөлөш эштәре 70 процентҡа тамамланған. Бинаны тышҡы яҡтан биҙәкләү, электр селтәрен монтажлау, елләтеү системаһына ҡағылышлы эштәр тулыһынса башҡарылған. Әле эске биҙәкләү эштәрен тамамлау, биләмәне төҙөкләндереү бурысы тора. Яҡын арала балаларҙың тышҡы уйын майҙансыҡтары резина япма менән көпләнәсәк, бәләкәй архитектура формалары ҡуйыласаҡ.
Урындағы хакимиәттең ҡарарына ярашлы, яңы учреждение Благовещен ҡалаһындағы 2-се балалар баҡсаһының филиалы булараҡ асыласаҡ. Бында 12 төркөм ойоштороу күҙаллана, шуларҙың дүртәүһе ясле йәшендәге иң бәләкәстәргә тәғәйенләнәсәк.
Әлеге көндә Башҡортостанда “Демография” милли проектына ярашлы 3228 урынға иҫәпләнгән 22 балалар баҡсаһы төҙөлгән.