Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Октябрь 2020, 13:12

Без башкортлар!

"Бары бергә – без башҡортлар!» – төньяҡ-көнбайыш диалектында яңғыраған йыр күптәрҙә төрлө һорауҙар уятты. Татарса түгелме ни? Юҡ, был диалект әҙәби башҡорт теленән ярайһы айырыла, шулай уҡ татар теленә лә яҡын түгел. Иң мөһиме – улар үҙҙәрен башҡорттар тип таный." Һеҙҙең иғтибарығыҙға «Хаят-Исмаил» рок төркөмөнөң "Без Башкортлар" тигән яңы йырының клибын тәҡдим итәбеҙ. Сайтта авторҙарҙың тормош юлы, клип хаҡында тулы мәғлүмәт бирелде. Рәхим итеп уҡығыҙ. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#БезБашкортлар#E7Emedia#Хаят_Исмаил#ХаятИсмаил

«Хаят-Исмаил» рок төркөмөнөң ижади дуэтын тулҡынланмайынса тыңлап булмай. Кемдәр һуң улар башҡорт сәхнәһенә ярһыу рух, ҡанатлы күңел менән атылып инеүселәр?
«Йәнәй, Гәрәй, Ҡошсо, Уран,
Ҡобау, Әйле, Йүрми, Йылан,
Ирәкте, Мең, Ҡыпчак, Унлар,
Бары бергә – без башҡортлар!
Танып, Йелдәк, Ҡаршын, Дуван,
Тазлар, Ҡатай, Ғәйнә, Тамьян,
Ҡырғыз, Ҡаңлы һәм башҡалар,
Бары бергә – без башҡортлар!» –
төньяҡ-көнбайыш диалектында яңғыраған йыр күптәрҙә төрлө һорауҙар уятты. Татарса түгелме ни? Юҡ, был диалект әҙәби башҡорт теленән ярайһы айырыла, шулай уҡ татар теленә лә яҡын түгел. Иң мөһиме – улар үҙҙәрен башҡорттар тип таный.
Йырҙы башҡарыусы Хаят Исмаил – Фәнисә Фәнис ҡыҙы Рәхмәтуллина Борай районының Дауытлар ауылында тыуған. 16 йәшенән Нефтекамаға белем алырға юллана. 18 йыл ғүмере ошо ҡалала үтә. Фәнисәне, әле ул ваҡытта мулла ҡушҡан Хаят исемен берәү ҙә белмәй, моңло тауышлы башҡарыусы булараҡ кафе-ресторандарҙа үткән төрлө мәжлестәргә йырларға саҡыралар. Парикмахер һөнәрен үҙләштерә, тырнаҡ биҙәү серҙәрен өйрәнеп, шул өлкәлә уңышлы эшләй. Искәндәр һәм Сафия исемле балаларға ғүмер бирә, уларҙы тәрбиәләй. Тормош иптәше менән айырылышып, ярты йыл самаһы үтеүгә, Альберт менән таныша. Ул музыкант һәм йырсы Әнүәр Нурғәлиевтың төркөмөндә гитарасы була. Башҡортостанда тыуып үҫһә лә, уның 20 йыл ғүмере ситтә үтә. Ҡаҙан дәүләт гуманитар институтында филолог белеме ала, Төркиәлә тәржемәсе булып эшләп ҡайта. Дүрт сит тел өйрәнә. Инглизсә, төрөксә, фарсыса, ғәрәпсә иркен һөйләшә. Оҙаҡ ваҡыт Ҡаҙанда йәшәй.
Хаят (әле ул ваҡытта Фәнисә) менән юлдары Нефтекама ҡалаһында киҫешә. «Бер көн ял биргәйнеләр. Фәнисә менән таныштырҙылар. Шул көндән айырылышҡан булманы», – ти Альберт. Ҡаҙан ҡалаһында барған концерт ваҡытында, 400-гә яҡын тамашасы алдында Фәнисәгә кейәүгә сығырға тәҡдим яһай. Ике аҙна ғына ваҡыт таныш булыуға ҡарамаҫтан, ҡатын уның ҡулын кире ҡаҡмай. Альберт Исмаилға кейәүгә сыҡҡас, тормошо ҡырҡа үҙгәрә. Хатта исемен дә алмаштыра, яңы таныштары уны Хаят тип белә башлай. Альберт үҙе лә, ныҡлап ижадҡа килергә ҡарар иткәнлектәнме, Исмәғилев фамилияһын үҙгәртеп, «Исмаил»ға ҡалдыра. Йәштәр Туймазы ҡалаһында төпләнергә ҡарар итә.
Төньяҡ-көнбайыш диалектында клип төшөрөү идеяһы нисек барлыҡҡа килгән, тиһегеҙме?
Альберт менән Хаят – төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының «Без –башҡортлар» зыялылары хәрәкәте ағзалары. Бер-береһе менән аралашыу өсөн уртаҡ төркөм, чат булдырғандар. «Беҙҙең төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының уҙған быуаттың 30-сы йылдарынан бирле килгән проблемаһын ишеткәнегеҙ барҙыр. Шуны хәл итеү юлдарын эҙләгән, ошо төбәк башҡорттарын берләштергән мәғлүмәти хәрәкәттең эске асылын сағылдырырға тырыштым. Шулай итеп, мистик, символик мәғәнәле клип тыуҙы», – ти Альберт.
Хаят Исмаил, мәктәптә татар телендә уҡып, имтихандар тапшырһа ла, үҙенең башҡорт икәнен бала саҡтан белә. Альберт, Ҡаҙандан ҡайтҡас, үҙенең шәжәрәһе менән ҡыҙыҡһына башлай: «Әнейем башҡорт тип яҙылған, әтей – татар. Беҙгә күберәк башҡорт мәҙәниәте яҡын. Телевидение-радионан гел Өфөнө ҡарап, тыңлап үҫтек. Фидан Ғафаровтың башҡортса йырҙары күңелгә ятты. Ҡаҙан йырсыларының пластинкалары ла бар ине. Уларҙы ла ишетеп белдек һәм яраттыҡ. Ҡаҙанда йәшәгәндә Башҡортостан һағындыра ине, гел үҙенә тартты. Башҡортостан кешеләре алсаҡ, ихлас булыуҙары менән айырылып тора. Ә башҡорттар үҙҙәре иһә тура һүҙле, тоғролоҡло. Тәбиғәтте яратабыҙ. Беҙҙең тәбиғәт менән бәйләнеш бик көслө, – ти Альберт. – Әти Исламгәрәй, уның атаһы – Исмәғил, уларҙан алда – Ғәбделғәлим, Ғәбделвәхит, Сәлимйәүһәр, Мәҡсүт, Синекәй, Көмөшкәй ҡартатайҙар... Унан һуң документтарҙы таба алманым. Синекәй ҡартатайыбыҙ 1697 йылғы. Ул – тамъян ырыуынан. Бөгөлмә йә Миңзәлә өйәҙенән күсеп килгәндәр. Яҫаҡ сословиеһынан булғандар. Тора-бара типтәргә әйләнеп, йәғни яҫаҡлылыҡтан типтәр окладына күсәләр. Аҙаҡ килеп, киренән метрикаларҙа үҙ милләтен яҙа башлайҙар. Был документтарҙа аныҡ күренә. Әнейем яғынан шәжәрә еңелерәк төҙөлдө. Улар ғүмере буйы аҫаба башҡорт булған – Күгәрсенбүләк ауылыныҡылар. Ул Шаран районына ҡарай, Ыҡ буйында ята. Был ауылдың Күгәрсен районы менән бәйләнеше бар. Татарстан районы Лайыш районында урынлашҡан Күгәрсен ауылына ла мөнәсәбәтле. Фараз буйынса, уларҙың халҡы үҫәргән ырыуының күгәрсен аймағынан булыуы мөмкин. Әлеге ваҡытта эҙләнеүҙәр дауам итә. Асыштар булыуы ихтимал», – тип тарих төпкөлдәрен аҡтара уҙаман.
Альберт Әдип улы һөйләүенсә, Кәкребаш, Ғәфүр ауылдарында ла тамъяндар бар. Улар һибелеп йәшәгән. Яугир, һуғышсан ырыу булғас, нуғай, Ҡаҙан ғәскәрҙәре булып йөрөгәндәр. Ата-әсәһе татарсаға уҡытҡан саҡта телгә өйрәнә алмауҙарын әйтә. Бармайым, килмәйем тип үҙҙәренсә һөйләшәләр. Һөйләштәрендә «ҙ» өнөнөң барлығы ла үҙе бер үҙенсәлек.
Хаят бала саҡтан «Сәләм» тапшырыуын ҡалдырмай ҡарай. Башҡортостандағы бөтә рок-төркөмдәрҙе – «Дәрүиш», «Ант», «Сая» – һағынып, яратып иҫкә ала ул.
«Мин – унлар ырыуынан. Әнкәй менән әткәй бер ауылдан. Йыраҡ ҡына туғандар ҙа. Әткәйҙең әсәһе Гөлсара Мишкә районы Ҙур Шаҙы ауылынан, ҡаңлы ырыуынан. Уның атаһы Батыргәрәй – яҙыусы Али Карнайҙың алыҫ туғаны», – ти нәҫеле тураһында Хаят Исмаил.
2005 йылда уҡ Татарстанда рок төркөмө ойошторған Альберт үҙ-үҙенә: «Рок – ул рух тигәндән килеп сыҡманымы икән?» – тигән һорау ҡуя. Рух балҡышы булған «Без – башҡортлар!» йырының көйө, һүҙҙәре авторы ла, аранжировкалаусыһы ла, гитарасыһы ла – Альберт үҙе. «Йыры тиҙ яҙылды. Аранжировка эшләүе ауырыраҡ булды», – ти ул. Ә йырҙы башҡарыуға килгәндә, башта икәүләп йырлаһалар, аҙаҡ нимәһелер оҡшап етмәгән һымаҡ булғас, Хаятты йырлатып, үҙе ҡушымтала ғына ҡушылырға хәл итә. Йырҙың икәүләшеп йырлаған тәүге варианты ла интернетта йөрөй. Ләкин ундағы һүҙҙәр бер аҙ үҙгәртелә. Рок жанрына тупаҫлыҡ хас булһа ла, йомшартыбыраҡ йырларға ҡарар ителә.
Хаят үҙенең: «Ер хужалары – беҙ, башҡорттар!» тип йырлауын аҫабалыҡҡа ишара булыуына инанып башҡара. Альберт: «Беҙҙе тотҡан ул – Ер. Шәйехзада Бабич та «тупраҡ – беҙҙең анабыҙ» тигән бит! Үҙебеҙҙе башҡорт тип танып, шулай йәшәргә кәрәк. Башҡортто татарға әйләндергәс, ул ерһеҙгә әйләнә бит инде. Шуға күрә башҡорт исемен ғорурланып йөрөтөргә кәрәк», – ти.
Хаят актер Хөрмәтулла ағайға бәләкәй саҡтан һоҡланып, яратып ҡарай. Клип төшөрә башлағас, оло йәштәге кеше кәрәк була. Хаяттың шул ваҡыт клиптың режиссеры Батыр Ғәлимовҡа ҡыйыуһыҙ ғына: «Их, бына Хөрмәтулла Үтәшев кеүек матур кеше тапһаҡ ярай ине», – тигәне барыһын хәл итә. Халыҡ артисы клипта төшөргә ихлас ризалаша. Альберт уның менән саҡ ҡына алдараҡ, ҡурайсылар бәйгеһендә танышып өлгөргән була. Ҡурайҙа ла уйнайһығыҙмы, тип ғәжәпләнгәс, Альберттан: «Беҙҙең яҡтар ҡурайсылары менән дан тотҡан. Бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙар араһында был ҡорал популяр булған», – тигән яуап ишеттек.
Ҡалған актерҙарға кастинг үткәрәләр. Яҙгөл Моратова – клиптың администраторы, башҡорт ҡыҫыҡ күҙле, түңәрәк йөҙлө булырға тейеш, тигән ҡалыптан тайпылып, зәңгәр күҙле, һары сәсле башҡорт ҡыҙын һайлай. Бының менән клипта беренсе миф юҡҡа сығарылһа, икенсе уйҙырма – телгә бәйле. Күптәр көньяҡ-көнбайыш диалектын татар теле тип уйлап хаталана.
Ижад емеше лә ихтыяжға ҡарата тыуа. Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары өсөн үҙ диалекттарында яңғыраған йыр асылдарына ҡайтыуға саҡырыу, оран булһа, тел белмәгән ҡала балалары өсөн дә ул – туған телде өйрәнергә өндәү.
Улар аңларлыҡ телдә йырлағас, күңелдәренә нығыраҡ үтеп инә. Хаят- Исмаил, шуны иҫәпкә алып, бер нисә халыҡ йырын үҙ диалектында башҡара. «Евразия йөрәге»ндә улар «Былбылым»ды ла төньяҡ-көнбайыш башҡорттары телендә йырланы.
Альберттың, тәржемә итеп, интернетҡа һалған Виктор Цойҙың өс йырын, БЮТ каналынан шылтыратып, әҙәби башҡорт телендә лә, йырлауын һорайҙар. Альберт ихлас риза була. Хаят үҙе тыңлап үҫкән рок төркөмдәренең репертуарынан йырҙар башҡарып ҡарау теләге менән яна.
«Альберт менән бер-беребеҙҙе тулыландырабыҙ, уға Башҡортостан мәҙәниәтен яңынан асам, ул мине Татарстандағы йырсылар менән таныштыра», – ти Хаят.
Альберт әйтеүенсә, бөтә проблема – ялғанлыҡта. Ялғанлыҡ нигеҙендә дуҫлыҡ ҡороп булмай. Ябай халыҡ кешене милләтенә ҡарап айырмай. Интернетта кешенең йөҙө күренмәй. Ыҙғыш шунда сыға. Халыҡтың үҙ-үҙен тотошо быуаттар буйы иләктән иләнгән, бер шәкелгә килгән.
Альберт Исмаилдың ижады күп ҡырлы, жанрҙары буйынса ла төрлө. «Этника, боронғо бәйеттәр ритмына ҡоролған йырҙарым бихисап. Шуға минең альбомым юҡ, сөнки уларҙы берләштереүсе концепцияға йыйып булмай, – ти ул. – «Хаят-Исмаил» проектын алдыҡ, уны үҫтерергә, бөтә көстө шул йүнәлешкә һалырға ине. Унда ла юлдар тармаҡлана. Һәр бер йыр – ул бер аҙым алға барыу. Бөтә тәьҫораттар йырҙан тыуа», – тип һанай Альберт.
Йәш, ҡыйыу яңы башҡорт рок төркөмө, шаулап торған республика сәхнәһенә рәхим ит! Талпын, ос! Һиңә ирек бирелде, сәғәтең һуҡты. Һинән халыҡ, йәмәғәтселек күпте көтә.
Мәғлүмәт Башҡортостан ҡыҙы журналы сайтынан һәм бүтән сығанаҡтарҙан алынды.
Читайте нас: