Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Октябрь 2020, 15:05

Баймаҡта - "Үҫеш нөктәһе"

"Мәғариф" милли проектына ярашлы, Баймаҡ ҡалаһының 1-се һәм 3-сө мәктәптәрендә "Үҫеш нөктәһе" асылды. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#ВладимирПутин#МиллиПроекттар#НацПроекты#РегиональныеПроекты#РегПроекты

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, мәктәптәрҙә һанлы һәм гуманитар профилле мәғариф үҙәктәре асыла. Былтыр райондың Урғаҙа, Йомаш, Беренсе Төркмән һәм Темәс мәктәптәрендә “Үҫеш нөктәләре” эшләй башланы. Майҙансыҡтар уҡыу һәм проект эшмәкәрлеге сиктәрендә юғары технологиялы, заманса белем биреү ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Уҡыусылар заманса 3D-принтерҙарын, компьютер программаларын үҙләштерә, квадрокоптерҙар менән идара итә, фотокамералар менән эшләргә өйрәнә, шахмат серҙәренә төшөнә, медиа продукциялар булдыра.
-Заманса үҙәктә фәҡәт һөҙөмтәле эштәр, күркәм ғәмәлдәр башҡарылыр. Киләсәктә районыбыҙ, республикабыҙ, илебеҙ ҡеүәтен арттырырҙай йәштәр үҫеп сығыуына ышанабыҙ. Барығыҙға ла уңыштар, яңы ижади үрҙәр теләйем! - тине Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Ф.Әминев, үҙәкте асыу тантанаһында.
Билдәле булыуынса, “Мәғариф” милли проекты “Балалы ғаиләләргә булышлыҡ ҡылыу”, “Һанлы белем биреү мөхите”, “Заманса мәктәп”, “Һәр баланың уңышы!”, “Киләсәк уҡытыусыһы”, “Йәш профессионалдар”, “Һәр кем өсөн яңы мөмкинлектәр”, “Социаль әүҙемлек”, “Белем биреү экспорты” федераль проекттарынан тора.
Фото: Баймаҡ район хакимиәте сайтынан.
Читайте нас: