Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Сентябрь 2020, 16:28

"Урал батыр" йәнһүрәтенең исем туйында балалар ниндәй һорауҙар бирҙе?

2018 йылда “Аҡбуҙат” журналы Башҡортостан Башлығының Республикала дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлау буйынса башҡорт телендә комикстар һәм йәнһүрәт эшләү өсөн грант алғайны. Бер нисә йыл һуҙымында баҫмала комикстар баҫылып килде. Ә быйыл августа йәнһүрәт төшөрөлөп бөттө, тап бөгөн Республика көнөн һәм төбәктә уҙғарылған Башҡорт теле йылына бағышлап, Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында анимация фильмының исем туйы үтте.#Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#УралБатыр#Аҡбуҙат#Проект#Йәнһүрәт

Сарала уҡыу йортоноң башланғыс класс уҡыусылары ҡатнашты. Уларҙың шатлығын уртаҡлашырға Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, республиканың Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Илгиз Солтанморатов, ҡасандыр ошо мәктәпте тамамлаған танылған режиссер Булат Йосопов, “Тамыр” каналының директоры Гөлназ Ҡолһарина, Республика нәшриәт йорто директоры Айнур Дәүләтбәков ҡатнашты.
Сара башында “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина баҫмала ойошторолған конкурстар, саралар тураһында һөйләп китте. Арҙаҡлы башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыу уңынан журнал ойошторған конкурста ҡатнашыусылар араһында был белем усағының уҡыусылары ла бар. Камилә Таһирова (4 “А” класс), Наҙгөл Ғәбитова (1 “А” класс ), Азамат Абдуллин (3 “В” класс) сығыш яһанылар.
Шулай уҡ, Ш. Бабич шиғырҙарын яттан һөйләүселәр араһында башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләүсе Йәрмәкәй районынан 5 йәшлек Эвелина Тимербулатованың сығышы сараға айырыуса йәм бирҙе.
Фильм тамамланыу менән балаларҙың күп кенә ҡыҙыҡлы һорауҙары тыуҙы: “Ниңә Һомайҙың сәсе йәшел?”, “Урал батырҙың ниңә ҡылысы ялтырап тора?”, “Ниңә Шүлгән Уралды яратмай?”, “Уларҙың ата-әсәһе ҡайҙа булды?”, “Ҡылыс ниңә башта икәү ине?”, “Тағы дауамы бармы?”, “Урал ниңә бәләкәй буйлы?”... Шулай уҡ, уҡыусылар йәнһүрәттең дауамын көтөп ҡалалар.
Мәғлүмәт һәм фотолар Аҡбуҙат журналының рәсми сайтынан алынды.
Читайте нас: