Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Сентябрь 2020, 11:54

Бөгөн көндөҙгө сәғәт 3-тә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында «Урал батыр» анимация фильмы күрһәтелә.

Презентация Республика көнөнә һәм Башҡорт теле йылына бағышлана. Шулай уҡ Шәйехзада Бабичҡа арналған видеоконкурс еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы була. Викторина «Аҡбуҙат» балалар журналының тарихына бағышлана. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Аҡбуҙат#БРГИ#УралБатыр

Презентация Республика көнөнә һәм Башҡорт теле йылына бағышлана. Шулай уҡ Шәйехзада Бабичҡа арналған видеоконкурс еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы була. Викторина «Аҡбуҙат» балалар журналының тарихына бағышлана.
2018 йылда «Аҡбуҙат» балалар журналы «Урал батыр» эпосы буйынса балалар өсөн комикстар һәм анимация фильмдарын әҙерләү өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантын алдын. Комикстар ике йыл дауамында «Аҡбуҙат» журналында баҫылып, айырым китап булып донъя күрҙе.
Читайте нас: