"Беҙҙең күҙаллауыбыҙса, күпселек пенсионерҙар "Мир" картаһына күстеләр һәм файҙаланалар. Әммә, шуға ҡарамаҫтан, "Мир" карталарын ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында ала алмай ҡалғандар ҙа бар. Шуға күрә беҙ был срокты йылдың аҙағына, йәғни 31 декабргә тиклем, күсерергә ҡарар ҡабул иттек", - тине ул.
Шулай уҡ Бакина пенсионерҙарҙың альтернатив ысул менән пенсия алыу, мәҫәлән һаҡлыҡ кенәгәһенә күсереү, мөмкинлеге лә һаҡланыуын хаҡында әйтте.