Бөтә Рәсәй һәм республика күҙәтеп барған башҡорт «Бонни һәм Клайд»тың тарихы ошолай тамамланды. 28 сентябрҙә Салауат ҡала судында 2019 йылдың аҙағында банк кассаһынан 25 миллион һум урлап, ғаиләһе менән юҡҡа сығыусы Луиза Хәйруллинаға ҡарар сығарылды. 1,5 ай үткәс, ҡасҡынды тотоп, ҙур сумма аҡсаны ҡулға төшөрөүҙә һәм туҙҙырыуҙа ғәйепләп, изоляторға япҡандар. Енәйәт эшен тикшереү йылдан ашыу дауам итә, һәм бына, ниһәйәт, суд был буталсыҡ эшкә нөктә ҡуйҙы.
Суд ултырышында прокурор Луизаны дөйөм режимлы колонияға алты йылға иркенән мәхрүм итеүҙе һорай. Айырыуса, «ҙур күләмдә үҙләштереү» статьяһы буйынса 10 йылға тиклем иректән мәхрүм итеүҙе ҡарай, әммә Луизаның ике бәлиғ булмаған балалары булыуы, күршеләре һәм коллегаларынан ыңғай ҡылыҡһырламаһы булыуы, шулай уҡ ғәйебен таныуы арҡылы ҡарар йомшартыла.
- Мин ысын мәғәнәһендә азатлыҡтан мәхрүм ителеү менән бәйле булмаған яза тәғәйенләүегеҙҙе һорайым, - ти ҡалтыраулы тауыш менән Луиза Хәйруллина үҙенең һуңғы һүҙендә.
Һөҙөмтәлә суд Луиза Хәйруллинаны биш йылға азатлыҡтан мәхрүм итте. Енәйәтсе хөкүм язаһын дөйөм режимлы колонияла уҙғарасаҡ.