«Тампы» составында Стэнли кубогына дүрт Рәсәй хоккейсыһы эйә була. Уларҙың араһында «Салауат Юлаев» махсуслаштырылған балалар-үҫмерҙәр олимпия резервы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Андрей Василевский. Ул Өфө хоккейсылары араһынан тәүге океан аръяғының трофейын яулаусы булып мәңгелеккә тарихта ҡала.
Белешмә
⠀
Андрей Андрей улы Василевский 1994 йылдың 25 июлендә Төмән ҡалаһында тыуа.
⠀
Ҡаҙаныштары:
- Милләт-ара хоккей лигаһы чемпионатының бронза призеры (2010/11),
- Юниорҙар араһында донъя чемпионатының бронза призеры (2011),
- Донъя йәштәр чемпионатының көмөш призеры (2012),
- Донъя йәштәр чемпионатының бронза призеры (2013, 2014),
- КХЛ чемпионатының бронза призеры (2013/14), донъя чемпионы (2014),
- Стэнли кубогы финалы (2014/15),
- Донъя чемпионатының бронза призеры (2017),
- Стэнли кубогы яулаусы (2019/20).
Карьераһы:
- «Толпар» (2010-2013),
- «Салауат Юлаев» (2012-2014),
- «Сиракьюз Кранч» (2014-2016),
- «Тампа-Бей Лайтнинг» (2014 йылдан алып әлеге мәлгә тиклем)
⠀
Наградалары:
- КХЛ сезонының иң яҡшы йәш хоккейсыһы (2013/14),
- Почет билдәһе ордены кавалеры (2014),
- Донъя чемпионатының иң яҡшы ҡапҡасыһы (2017),
- «Везина Трофи» яулаусыһы (2018/19).