Ағиҙел
-10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Сентябрь 2020, 17:23

Йәш педагог Әлиә Эдуард ҡыҙы Сөләймәнова Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хатына лайыҡ булды.

25 сентябрҙә Ғафури районында үткән Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сығыш яһаны һәм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградаларын тапшырҙы. Бүләкләнгәндәр араһында йәш педагог Әлиә Эдуард ҡыҙы Сөләймәнова ла бар.

2015 йылда Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаған Учалы ҡыҙы Әлиә ғаиләһе менән Силәбе өлкәһе Сыбаркүл районының Коротанов ауылына күсеп килә һәм мәктәптә эш башлай. Унда күрше ике ауыл балалары уҡый. “Тыуған яҡтың тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеү” инновация майҙанына ярашлы, бөтә уҡыусылар ҙа беренсе кластан туғыҙынсыға тиклем башҡорт телен үҙләштерә. Ғөмүмән, бында рухи ҡиммәттәреңде үҫтереү, йолаларҙы тергеҙеү өсөн барлыҡ мөмкинлектәрҙе файҙаланырға тырышалар. Мәктәп бөтөн ошо бурыстарҙы үҙ өҫтөнә алған.
Ҙур булмаған ауылда был мәсьәләләрҙе хәл итеү ауырыраҡ, әлбиттә, уҡытыусынан үҙ эшенә ныҡлы бирелгәнлек, фиҙакәрлек талап итә. Директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары вазифаһында ла, һөнәри конкурстарҙа ла Әлиә Эдуард ҡыҙы үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәткән. Педагог ғаиләһенә 2017 йылда район хакимиәте тарафынан фатир асҡысы тапшырылыуы ла - тормоштарындағы иң күңелле, мөһим ваҡиға.
Читайте нас в