Башҡортостан Башлығы төбәктә «тыныслыҡ сәғәте» булдырыу буйынса законға ҡул ҡуйған. Документ Республиканың хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында рәсми баҫылған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был закон проекты республика халҡы үтенесе буйынса Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары тарафынан әҙерләнә һәм көҙгө сессияның һуңғы пленар ултырышында ҡабул ителә.
Был закон көндөҙгө 13.00 сәғәттән 15.00 сәғәткә тиклем күп фатирлы йорттарҙа һәм ятаҡтарҙа ремонт эштәрен алып барыуҙы тыя. «Тыныслыҡ сәғәтен» боҙоусыларға штрафтар ҡаралған: граждандарға – бер меңдән ике мең һумға тиклем, вазифалы кешеләр өсөн өс меңдән биш мең һумға тиклем, хоҡуҡи шәхестәр өсөн – ун меңдән ун биш мең һумға тиклем.
Яңы закон 2020 йылдың 3 октябрендә үҙ көсөнә инә.