Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Сентябрь 2020, 11:14

Халыҡтар дуҫлығы ордены!

"Бик матур, эшлекле шарттарҙа үтте был форум. Уҡытыусылар, коллегалар менән аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу йәһәтенән бындай саралар бик кәрәк. Киләсәктә балаларға заман технологияларын ҡулланып, киңерәк белем биреү өсөн көс-дәрт тупланыҡ. Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығына ла рәхмәт", – тине Ринат Ишбулатов. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#НацПроекты#Гафури#Башҡорттеле2020#БашҡорттелеФорум#ФорумБашкирскогоязыка#Башкирскийязык2020#Телебеҙҙеһаҡлайыҡ

Ошо көндәрҙә Ғафуриҙа үткәрелгән Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумында Ырымбур өлкәһенең Красногвардейский районындағы Д. Юлтый исемендәге төп белем биреү мәктәбе педагогы Ринат Ишбулатов та ҡатнашты.
1979 йылда Стәрлетамаҡ педагогия институтының рус теле һәм әҙәбиәте, башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультетын тамамлаған Ринат Нәжип улының күп йыллыҡ фиҙакәр хеҙмәте “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исем менән баһаланған. Кисә иһә абруйлы педагогка “Халыҡтары дуҫлығы” ордены ла тапшырылды.
"Хеҙмәтемде шулай ҙурлап баһалап, орден менән наградлағандары өсөн сикһеҙ рәхмәтлемен. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров – киң ҡарашлы, аҡыллы, оҫта етәксе. Ул үҙе күптәргә телдәрҙе белеүе йәһәтенән өлгө булып тора", – ти Ринат Нәжип улы.
Күрше өлкәнән форумға килгән абруйлы, бай тәжрибәле, ғүмерен башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуға бағышлаған педагог әлеге йыйын хаҡындағы фекерҙәре менән дә уртаҡлашты.
Фото һәм мәғлүмәт Башҡортостан гәзитенең рәсми сайтынан алынды.
Читайте нас: