Республикала Иң яҡшы "башҡорт теле һәм урыҫ теле уҡытыусыларына" Башҡортостан Хөкүмәтеның аҡсалата премияһы булдырылды. Уның күләме 50 мең һум. Былтырғы уҡыу йылында был премияға 5 педагог лайыҡ булды.
14 декабрь (билдәле мәғрифәтсе М.Аҡмулланың тыуған көнө) – Башҡортостанда Башҡорт теле көнө тип иғлан ителде. Былтыр ошо көндө республиканың урта профессиональ белем биреү учреждениелары студенттары өсөн Башҡорт теле буйынса диктант ойошторолдо.
Уҡтыу-педагогик әҙәбиәт өсөн республика бюджетынан бүленгән финанстар буйынса мәғлүмәт:
2018 йыл – 53,9 млн һум
2019 йыл – 55, 3 млн һум
2020 йыл – 56,5 млн һум