Һуңғы йылдарҙағы күрһәткестәр.
1. Республикала 1039 балалар баҡсаһы эшләп килә, шуларҙың 458-дә башҡорт телен өйрәтеү ойошторолған. Туған телде өйрәнеүсе балалар һаны – 42 163.
Әгәр ҙә 2020 йылда Башҡортостанда 22 мәктәпкәсә мәғариф учреждениеһы асылһа, ошо балалар баҡсаларының 13-өндә туған телде өйрәнеү ойошторолған.
2. Рәсәй төбәктәрендәге мәктәпкәсә мәғариф учреждениеларында башҡорт телен өйрәнеү күрһәткестәре:
2018-2019 уҡыу йылы – 10 балалар баҡсаһы - 382 бала
2019-2020 уҡыу йылы – 18 балалар баҡсаһы - 799 бала
3. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала ҡатнашыусылар һаны артҡан:
2018 йыл -251 уҡыусы
2019 йыл – 299 уҡыусы
2020 йылда – 408 уҡыусы ҡатнашҡан.
4. Башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктант күрһәткестәре
2018 йыл – 9 000 ҡатнашыусы
2019 йыл – 69687 ҡатнашыусы
2020 йыл – 305 600 ҡатнашыусы (Башҡортостандан тыш Рәсәйҙең 20 төбәгенән һәм донъяның 25 дәүләтенән ҡушылалар).
5. Дәүләт һәм туған телдәрҙе үҫтереү өсөн Башҡортостан Башлығы гранты булдырыла.
2019-сы 2020-се йылдарҙа Дәүләт һәм туған телдәрҙе үҫтереү өсөн Мәғариф учреждениеларына бүленгән грант күләме – 24 млн 700 мең һум. Уларға республиканың 22 мәғариф ойошмаһы лайыҡ була.
6. 2019-2020-се уҡыу йылында Башҡортостанда полилингваль мәктәптәр селтәренә нигеҙ һалынды. Әле Өфөләut 2 мәктәптә (44-се мәктәп һәм 162-се Смарт мәктәп), Стерлетамаҡтағы 23-сө мәктәптә полилингваль белем биреү ойошторолған. Тап унда башҡа телдәр менән бер рәттән уларҙа айырым фәндәр буйынса дәрестәр башҡорт телендә алып барыла.