Алдағы ике аҙнала муниципалитетта күләмле саралар бөтөнләй тыйыла, Иҫке Собханғол ауылы баҙары ябыла, уҡыусылар өйҙән уҡыуға күсерелә. Балалар баҡсаларында дежур төркөмдәр асыла, эшләп йөрөгән граждандарҙың ғына балалары ҡабул ителә, тип белдерҙе район башлығы. Граждандарҙы ҡабул итеү электрон форматта ойошторола.
Ғәзиз Манапов халыҡтан COVID-19 ныҡ таралған райондарға бармауҙарын һораны һәм сикләү сараларын индереүҙе COVID-19 йоҡтороусылар һанының артыуы менән аңлатты.
Үҙәк район дауаханаһы мәғлүмәттәренә ярашлы, районда 14 кешелә коронавирус диагнозы раҫланған, 43-өнә дауахананан тыш пневмония диагнозы ҡуйылған. Әлеге ваҡытта Бөрйәндә киҫкен респиратор инфекциялары менән ауырыу осраҡтарының артыуы теркәлә.
Шул уҡ ваҡытта Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, 23 сентябрҙә Бөрйән районында яңы коронавирус инфекцияһын йоҡтороуҙың биш осрағы раҫланды.