"Прививка сикләүҙәре башланғыс иммунодефициты булған кешеләргә ҡағыла. Шул уҡ ваҡытта аутоиммун һәм онкология ауырыуҙары прививка эшләтеүгә ҡаршылыҡ тыуҙырмаясаҡ", - тип әйтте Рәсәй Фәндәр академияһы академигы, Н.В.Сечеров исемендәге Мәскәү медицина академияһының клиник аллергология һәм иммунология кафедраһы мөдире Александр Караулов.
Караулов был һорауҙа йомғаҡлаусы яуап итеп Һаулыҡ һаҡлау министрлығының «Юлдаш V» («Спутник V») вакцинаһы буйынса өсөнсө тикшереү фазаһы һөҙөмтәләрен билдәләне.
Шулай уҡ Караулов теләүселәргә киҙеүҙән прививканы ауырығансы һәм 4 аҙна үткәс эшләтергә тәҡдим итте. Вакцина эшмәкәрлеген йыл ярымдан-ике йылға тиклем һаҡлаясаҡ, тип фаразланы академик. Әммә дөрөҫөрәге барлыҡ тикшеренеүҙәр уҙғарылғас билдәле буласаҡ.
Мәғлүмәт һәм фото Известия гәзитенән алынды.